Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
21 Июня 2024, 07:09

Йәмәғәт киңлеге

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙө һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыуға етди иғтибар бүлә.

Был эш Башҡортостанда киң үҫеш алды һәм бөгөн дә дауам итә.

 2024 йылда республикала “Ҡала мөхите” федераль программаһы буйынса 1 миллиард 174 миллион һумға  123 йәмәғәт киңлеген яңыртыу планлаштырылды, был  республика ҡаларында  - 67, ауылдарҙа 56 проектты тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотто. Ошо  хаҡта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдергәйне. Башҡортостан буйынса алғанда, иң күләмле проекттар исемлегендә Өфөнөң Урмансылар паркын төҙөкләндереү, Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев бульварын ремонтлауҙың икенсе этабын дауам итеү, Мәләүездә “Дан” үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркын реконструкциялауҙы башҡарыу, Төньяҡ һәм көньяҡ инеү урындары, фонтан һәм парк майҙансыҡтары яңыртыу, өҫтәмә ял итеү урындары булдырыу ҡаралды.

Проектҡа ярашлы төп сара - йәшелләндереү, яҡтыртыу лампалары урынлаштырыу, асфальт түшәү, шулай уҡ заманса спорт майҙансыҡтары, скверҙар, йәйәүлеләргә юл һәм ғаилә менән ял итеү майҙансыҡтары төҙөүҙе үҙ эсенә алды.

Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереү ҙә ошо программа сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Ҡасандыр йәйәүләп йөрөү хәүеф тыуҙырған урынды танымаҫһың.  Бөгөн бында асфальт юл һалынған, тротуар  яңыртылған, велосипедсылар һуҡмағы, арт-объект, балалар өсөн хәүефһеҙ уйын ҡорамалдары урынлаштырлған һәм ял зонаһы булдырылған. Ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың иң яратҡан урындарының береһе ул.

Ҡалаға ингән урын да бөгөн яңыртылды һәм ҡунаҡсыл Мәләүез ситтән килеүселәрҙе тәүлектең ҡараңғы осоронда төрлө уттар менән балҡып ҡаршы ала.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Йәмәғәт киңлеге
Йәмәғәт киңлеге
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас