Кемдәр мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала?
— эштән бушатылған йәки эштән киткән хеҙмәткәрҙәр;
— тәүге тапҡыр эш эҙләүселәр;
— эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә теләүселәр.
Сит ил кешеләре йәки ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәте булған, әммә гражданлығы булмаған кешеләр ҙә мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, ләкин улар эшһеҙлек буйынса пособие юллай алмай.
❌ Эшһеҙ статусын:
— хеҙмәт эшмәкәрлегенән даими эш хаҡы алғандар;
— 16 йәшкә тиклемге балалар;
— көндөҙгө бүлектә уҡыусылар;
— ҡартлыҡ йәки хеҙмәт стажы буйынса пенсионерҙар;
— эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, нотариустар һәм адвокаттар;
— хәрби хеҙмәткәрҙәр;
— фермер хужалыҡтары ағзалары ала алмай.
✏ Эшһеҙлек буйынса пособие һәм эш урындары тураһында тәҡдимдәр алыу өсөн:
1⃣ йәшәү урыны буйынса йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Үҙәк адрестары исемлеге - ошонда: vk.cc/cw4iHG
2⃣ Эшһеҙ статусы алыу өсөн ғариза яҙырға.
3⃣ Документтар - ғариза, паспорт, 2-НДФЛ белешмәһе, хеҙмәт кенәгәһе, белем тураһында документтар тапшырырға. Быға тиклем эшләмәгәндәр өсөн — ғариза, паспорт, белем тураһында документтар.
Пособие күләме ташламалы категорияға ҡарау-ҡарамауға, эштән китеү сәбәптәренә, хеҙмәт мөнәсәбәттәренең оҙайлығына, уртаса эш хаҡы күләменә бәйле.
Тәүге өс айҙа - уртаса эш хаҡының 75, киләһе өс айҙа 60 проценты күләмендә, әммә билдәләнгән иң ҙүр күләмдән артыҡ булмаған суммала пособие алырға була.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса айлыҡ пособиеның иң бәләкәй күләме – 1 852 һум, иң ҙур күләме – 15 799 һум. Иң ҙүр сумманы иҫәпкә ҡуйылғандан һуң тәүге айҙарҙа ғына тәғәйенләйҙәр. Һуңынан 6 176 һум самаһы түләнә.
Пособиены күпме алырға мөмкин?
▫ Компанияны бөтөрөү, уның эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки штатты ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән бушатылғандар өсөн - 6 ай.
▫ Элек эшкә урынлашмаған йәки 12 ай элек эш урынын юғалтҡан һәм уҙған йылда 26 аҙнанан кәмерәк эшләгәндәр өсөн - 3 ай.
▫ Үҙ теләге менән эштән киткәндәр өсөн - эш стажына ҡарап, 6 айға тиклем.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан