Һәр кем бәхетте үҙе төҙөй. Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәшәг ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе - Гөлшат һәм Артур Хөснуллиндар. Ғаилә башлығы милли батырыбыҙ Салауат төйәгенән. Холоҡ-фиғеле, ҡыйыулылығы, ҡалғандарҙы үҙе артынан эйәртә белеүе, башлаған эшен тамамламай ташлап ҡуйыуҙы яратмағанлығы менән дә йәштәштәре араһында айырыла. Төҙөлөш техникумын тамалаған, тәрән белемле, кирбес, ағас менән дә эшләй. Хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулаған.
Гөлшат һөнәре буйынса юрист. Ғаилә ҡорғанға тиклем финанс белгесе булып эшләгән. Бөгөн улар ике бала тәрбиәләй, бәләкәстәр балалар баҡсаһына йөрөй. Хужабикә ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйларға, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата.
Улар республика биләмәһендә сәйәхәт ҡылырға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, бәләкәстәргә хеҙмәт тәрбиәһе бирергә лә өлгөрә.
Йорт эсен, ихатаны гөл-сәскә, балалар өсөн эшләнелгән ял зонаһы, бергәләп ултыртҡан емеш ағастары биҙәй. Ғаилә көсө - берҙәмлектә, ти Хөснуллиндар.