- Редакцияла берәй сара булдымы әллә?
- "Әлләсе"
- Нисек инде әлләсе?
- "Әлләсе"!
- Аңламайым...
- Беҙҙә "Әлләсе" уйыны үтте бит!
Эйе, эйе! Ошо көндәрҙә беҙҙең "Көнгәк"тә "Әлләсе" уйыны үтте. Унда Смаҡ ауылы ағинәйҙәре редакция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы уйнаны. Командалар алдына Башҡортостан картаһы һалынды. Уйында ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап эҙләй-эҙләй республика картаһы буйлап үтте.
Төп шарт - бер минут эсендә ҡағыҙ битендә яҙылған һүҙҙең мәғәнәһен үҙ команда ағзаларына аңлатыу ине. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, уйынсыларға төрлө ҡатмарлы ғына һынауҙар аша үтергә тура килде. Уларға һүҙҙең мәғәнәһен аңлатҡанда төрлө тауыш менән һөйләшергә, ҡайһы ваҡыт хатта бөтөнләй һөйләшмәҫкә лә тура килде. Команда-ара ярыш ҡыҙыу барҙы. Ике команда ла хәтәр сәмле ине шул!
Уйын һуңында уның алып барыусыһы Кинйәбикә Юлмөхәмәтова ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр таратты. Күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланған матур сара һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Уйында кем еңеү яуланы икән тип уйлайһығыҙмы? Дуҫлыҡ еңгән кеүек булды ул. Әлләсе...
Л. Хәйруллина фотолары.