4 июлдә мәләүездәр ҡала мәҙәниәт һарайы алдында батырҙарса һәләк булған бәләкәй сержант – Тугалуков Павел Сергеевичты һуңғы юлға оҙатты.
Был ҡайғылы сарала яҡташыбыҙҙың туғандары һәм яҡындары, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, уҡытыусыһы Ирина Исанова һәм башҡалар ҡатнашты.