Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
7 Июля 2024, 05:00

Беләм, миңә йәшәгәнемдән аҙыраҡ йәшәргә ҡалды...

Үҙемде кәнфит ҡумтаһы тотторолған бала итеп тоям: ул рәхәтләнеп ашай, ә тәмлекәстәрҙең кәмеүен күргәс, тағы ла тәмләберәк ашарға керешә.

Беләм, миңә йәшәгәнемдән аҙыраҡ йәшәргә ҡалды...Беләм, миңә йәшәгәнемдән аҙыраҡ йәшәргә ҡалды...
Беләм, миңә йәшәгәнемдән аҙыраҡ йәшәргә ҡалды...

Үҙемде кәнфит ҡумтаһы тотторолған бала итеп тоям: ул рәхәтләнеп ашай, ә тәмлекәстәрҙең кәмеүен күргәс, тағы ла тәмләберәк ашарға керешә.

Минең йәмәғәт закондары тураһында туҡтауһыҙ лекциялар уҡырға ваҡытым юҡ - барыбер бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Ахмаҡтар менән бәхәсләшергә лә теләмәйем. Һоролоҡ менән көрәшергә лә ваҡытым ҡалманы. Кешеләрҙең мин - минлеген арттырыуға ҡоролған йыйылыштарға йөрөмәйем һәм үҙемде кәмһетергә тырышҡандарҙың ҡылығына түҙмәйем.

Ниндәйҙер исем-шәрифтәргә ҡағылышлы һөйләшеүҙәргә лә ваҡытым юҡ - күңелем ашыға.

Мине кешелек дәрәжәһен яҡлағандар һәм хәҡиҡәт, ғәҙеллек яғында булырға теләгәндәр ҡыҙыҡһындыра. Был - йәшәү өсөн кәрәкле нәмә. Үҙемде башҡаларҙың йөрәгенә ҡағыла белгән кешеләр менән уратып алырға теләйем. Яҙмыш һуҡмағы буйлап күтәрелеп, күңел йомшаҡлығын һаҡлап ҡала алғандар менән.

Эйе, мин ашығам. Йәшәп өлгөрөргә ашығам. Үҙемдә ҡалған бөтә кәнфиттәрҙе ашайым - улар быға тиклем тәмләгәндәренән дә татлыраҡ тойоласаҡ.

Минең маҡсатым - ахырғаса үҙем, яҡындарым һәм выжданым менән ризалыҡта барып етеү.

Ике ғүмерем бар тип уйлағайным, баҡһаң, берәү генә икән! Уны лайыҡлы йәшәргә кәрәк.

Энтони Хопкинс.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас