Яратып һәм яратылып, йәшәйек!
8 июлдәге сараларҙың мөһим өлөшө - Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү буйынса ойоштороу комитеты раҫлаған “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырыу. Наградаға ромашка төшөрөлгән һәм “Ғаиләгә мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип яҙылған.
Ҡаланың “Ғаилә” скверында 44 йыл бергә йәшәгән Зилә Тәлғәт ҡыҙы һәм Илгиз Ғәбделислам улы Фәйзуллиндарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы. “Йыл да ошо дата айҡанды беҙ 25 йылдан ашыу никахта йәшәгән, замандаштары араһында ғаилә ныҡлығы, татыулығы һәм балаларын йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһы итеп тәрбиәләгән парҙарҙы тәбрикләйбеҙ”,- тине хакимиәт башлығы һәм улар менән ысын мәғәнәһендә ғорурланыуын белдерҙе.