Бөгөн мәләүездәр ҡала мәҙәниәт һарайы алдында батырҙарса һәләк булған рядовой – Булғаҡов Сәлимхан Ришат улын һуңғы юлға оҙатты.
Матәм сараһында яҡташыбыҙҙың туғандары һәм яҡындары, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, уҡытыусыһы Әлиә Әмирова, бергә хеҙмәт иткән дуҫтары һәм башҡалар ҡатнашты.
Сәлимхан Булғаҡов 1991 йылдың 17 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ул 2007 йылда Мәләүез районы Йомаҡ урта мәктәбен тамамлаған. 2012 йылдың 24 декабренән 2013 йылдың 22 декабренә тиклем РФ Ҡораллы көстәре сафында өлкән радио телефонсыһы вазифаһында хеҙмәт итә. 2018 йылда «Булғаков» шәхси предприятиеһын аса.
2022 йылдың 16 октябрендә махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәт итеү өсөн мобилизациялана. 2024 йылдың 14 июнендә Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Ҡыйыу һалдат Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).
Сәлимхан Ришат улы Ватан саҡырыуын намыҫ менән ҡабул иткән, башҡалар артына ҡасып йөрөмәгән. Һәр саҡ ысын ир-егет, лайыҡлы ул, яҡшы дуҫ булған. Бөгөн барыбыҙ ҙа яҡындарының хәсрәтен уртаҡлашабыҙ, һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ.