Бала табылған, тип хәбәр итә МЧС. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 июль балалар һыу ҡойонғанда уларҙың береһен һыу ағымы алып киткән ине. Ете йәшлек малайҙың кәүҙәһен Ағиҙел йылғаһында 800 метр түбәнерәк утрауҙа ҡыуаҡтар менән ҡапланған урында табалар. Өс көн дауамында интенсив эҙләүҙәр алып барылды, уларҙа ҡотҡарыусылар, Белорет металлургия комбинатының янғын һүндереүселәре, волонтерҙар - ҡала халҡы ҡатнашҡан. Муниципалитеттан хәбәр итеүҙәренсә, малайҙың исеме Костя булған. Ул имен ғаиләлә дүртенсе бала булып үҫә, гимназияла уҡыусыһы. Әсәһе инвалид бала ла ҡарай. 9 июлдә Костя самокат алып, дуҫтары менән скейт майҙансығына барасағын әйтә. Ләкин балалар һыу инеү рөхсәт ителмәгән ҡурҡыныс урынға киткәндәр...
Балаларға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ!