Эргәңдә яҡындарың, туғандарың йәки аҡыл һорарлыҡ кеше юҡлыҡтан түгел. Ә һинең һорауыңды, проблемаңды аңламауҙарынан шикләнгәнгә... Уларҙың һине борсоған проблеманы, кисерештәреңде ҡабул итмәүенән ҡурҡҡанға...
Күптән түгел шундай хәлдә ҡалдым мин. Яҙ көнө врачтар юлламаһы буйынса баш ҡала дауаханаһына ятырға тура килгәйне. Күрше 12-се палатаға ауыр хәлдә бер ирҙе килтерҙеләр. Өфөнөкө булһа ла, бер кем дә уның хәлен белергә йөрөмәне. Кешене йәлләй, ҡыҙғана торған холҡом бар минең. Әммә был юлы икенсе тойғо биләп алды – уны бәхетле иткем килде.
Минең үҙемдең тормош юлым ыңғай ғына булды. Тулы ғаиләлә үҫтем, йәмәғәтем минең өсөн өҙөлөп тора, бына тигән балаларым, бына тигән эшем бар. Тик бына ҡырҡ йәшкә тиклем яратҡан кешем булманы. Мөхәббәт тураһында кино ҡараһам, китап уҡыһам, их шулай итеп ғашиҡ булһаң ине, тип хыяллана торғайным. Һәм ул яратыу килде миңә лә!
Дауахананан ҡайтҡым килмәй бер булдым. Ауырыуыма, Өфөгә йүнәлтмә биргә врачыма рәхмәт уҡыйым. Тап ошо матур кисерештәрем мине яман ауырыуымды еңергә ярҙам иткәненә иманым камил. Яратҡан кешем дә сирен еңһен ине, тип теләйем.
Юҡ, иремә хыянат итмәнем мин. Күңелемдән генә үҙемә бер донъя булдырҙым да, 12-се палаталағы теге ир менән йәшәйем. Унда күпме йәшәрмен – үҙем дә белмәйем. Оҙаҡҡа һуҙылһа ярай ине, сөнки унда мин бик бәхетле! Ошо серемде шул тиклем бүлешкем, кем менәндер кәңәшләшкем килә ине.
Бына форсаты сыҡты...
Тәғзимә С.