Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Август 2024, 10:13

Бүленгән аҡсаның һәр тине иҫәптә булырға тейеш

Мәләүездәр тырышлығы һәм берҙәмлеге менән айырыла

Башҡортостан Республикаһы буйыса баш федераль инспектор Алексей Касьянов Мәләүез районында булды.

Ул район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте. Халыҡ  юлға асфальт түшәү, электр, газ, һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү, шулай уҡ район дауаханаһына компьютер томографы һатып алыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Ғаризаларҙы баш федераль инспектор үҙ контроленә алды.

 Алексей Анатольевич район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов менән федераль программа сиктәрендә финансланған социаль объекттар менән танышты. Тамъян һәм Ташлыкүл ауылы халҡын хеҙмәтләндергән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты ярҙамында ФАП-ты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа тапшырылды, ул беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. "Был мөһим объект. Ул 280-гә яҡын бала һәм 1300 өлкән кешене хеҙмәтләндерә”,- тине баш инспектор.

Шулай уҡ ҡаланың яңыртылған 25-се балалар баҡсаһында булды. Федераль программаға ярашлы, уның майҙаны ҙурайтылған.  Бөгөн балалар баҡсаһы 170 баланы ҡабул итә. Мәғариф учреждениеһында балаларҙы үҫтереү һәм һауыҡтырыу буйынса заманса шарттар бар.

Яңыраҡ  тантаналы шарттарҙа "Мәләүездең сәскә атҡан яры" йәмәғәт киңлеге асылды. Проект бөтә яр буйы территорияһын берҙәм йәйәүлеләр маршруты менән бәйләй. Бында биш тематик зона булдырылған. Төҙөлөш 2023 йылдан  “Уңайлы ҡала мөхите”  проектына ярашлы алып барылды.

"Төбәктә Рәсәй Президенты тәҡдим иткән милли проект, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙы тикшереү  дауам итәсәк. Беҙ аҡсаны тотоноуҙы ентекләп күҙәтәсәкбеҙ. Эш сәфәре барышында күргәндәребеҙ  һоҡландыра. Төҙөлөш, халыҡты  медицина хеҙмәтләндереүе булһынмы, күрһәткес яҡшы”, - тип йомғаҡ яһаны Алексей касьянов.

Бүленгән аҡсаның һәр тине иҫәптә булырға тейеш
Бүленгән аҡсаның һәр тине иҫәптә булырға тейеш
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас