Өҫтәл тирәләй барыһы ла ултырып бөткәс, өс көндән был яҡты донъя менән хушлашасағын әйтте. Бөгөн генә баҡсаһын утап, мунсаһының иҙәнен ҡырып йыуып йөрөгән бейемдең һүҙен төрлөсә ҡабул иттек. Улдары шаяртыуға борҙо, ҡыҙҙары ла ышанып бөтмәне. Ә мин, ысынлап та, уның күҙендә нур күрмәнем. Нисектер һүнеп, төҫһөҙләнеп, көр тауышы тынып, яурындары төшөп ҡалған һымаҡ тойолдо. Ғәҙәттәгесә, бала-саға менән шау-гөр килеп мунса индек тә, ашаныҡ-эстек тә ҡайтып киттек. Икенсе көнөнә таң менән хәл белеп шылтыраттым. Күңелгә шом инеп ултырғайны.
Ике көндән мунса инеүҙе сәбәп итеп ауылға ҡайтһаҡ, өйөн ҡунаҡ көткәндәй йыйыштырып бөткән. Йоҡлар алдынан ул шулай тине: “Өс көн элек минең арттан килделәр. Тәүҙә тәҙрәнән ҡарап торҙолар, аҙаҡ ишеккә килделәр. Эргәмә ҡайсы алып һалғайным, башҡа күренмәнеләр. Шулай ҙа өс көндән алып китәсәктәрен иҫкәрттеләр”. Иртән тороуға бейем яҡты донъя менән тыныс ҡына хушлашҡайны.
Ғәлимә ХУЖИНА.