Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2024, 05:28

ОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ

Балағыҙ менән тыныс, хәстәрлекле һәм уның яҡшы эштәрен, ҡыланыштарын хуплаған тауыш менән һөйләшегеҙ.

ОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
ОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ

 

-Бала һеҙҙең менән һөйләшкәндә, уны һәр саҡ иғтибар менән тыңлағыҙ.

-Балаға аныҡ, ҡаты һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар ҡуйығыҙ.

-Һеҙҙең балаға аңлатыуҙарығыҙ ябай булырға тейеш.

-Түҙемле булығыҙ,  ашыҡмай һөйләгеҙ.

-«Нимә?» һәм «Ни өсөн?»  - тип йышыраҡ һорағыҙ.

-Баланы маҡтарға һаранланмағыҙ.

-Балағыҙҙың һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныуын һәм хыялланыуын ыңғай ҡабул итегеҙ.

-Баланың һеҙҙең менән ашарға әҙерләшеүенә, һауыт-һаба йыуышыуына ирешегеҙ, уның менән күберәк тышта йөрөгөҙ, хәленән килгәнсе бала һеҙгә йорт эштәрендә ярҙамлашырға тырышһын.

-Бала башҡарырға әҙер булмаған эште унан талап итмәгеҙ.

-Бала арыған, кәйефһеҙ саҡта, тынысһыҙ ваҡытында, унан көсләп берәр эш башҡарыуын талап итмәгеҙ. Икенсе төрлө эш һайлағыҙ.

-Балағыҙҙы башҡа бер бала менән дә сағыштырмағыҙ, хатта ҡустыһы, йә апаһы менән, бигерәк тә күрше балаларҙы, баҡсаға, мәктәпкә бергә йөрөгән башҡа балалар менән. Ул донъяла берәү генә.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас