Ә һин шунда, булдыҡһыҙ хужабикә кеүек, кәстрүлдәр тирәләй бөтөрөнәһең инде. Сөнки тормоштоң әҙер рецептары юҡ. Семтекләп уныһын-быныһын һалған булаһың, ә нимә килеп сығырын белмәйһең. Тел йоторлоҡ тәмле булып бешһә — ҡыуанысыңдың сиге булмай. Ҡайһы саҡ әсе лә булып ҡуя, йә тоҙо етмәй, йә үтә татлы... Йә көйгән, йә бөтөнләй сей була. Ундай саҡтарҙа йәшәүҙең йәмен тапмай китәһең. Һәр ваҡыт бөтә нәмә лә уңып ҡына бешмәй тормош тигән аш бүлмәһендә...
Ә һин бирешмә, балаҡай! Иң мөһиме, усағың да утың һүнмәһен, өҫтәп торорлоҡ утының һәр ваҡыт булһын. Йәшәү дәрте тип атала ул. Һәм тағы: күңел өҫтәлең киң булһын, уның тирәләй бер ултырғыс та буш булмаһын. Башҡаһы бүстәк, онотола...
Сығанаҡ: https://vk.com/public178788585