Бала көткән ваҡытым. Шкафтағы бер генә кейемем дә ярамай башлағас, баҙарға сығып киттем. Бер-ике ай ғына кейер өсөн әллә ниндәй затлы, ҡыйбатлы кейем алғы килмәне.
Уңайлы салбар һайлап торғанда тағы бер йөклө ханым менән һөйләшеп киттек. Ауырлы ҡатындар, айырыуса декрет ялында булғандар шулай инде: һөйләшергә сәбәп кенә булһын. Беҙ ҙә асылып китеп, бер-беребеҙҙең хәлен һораша башланыҡ. Бәпес табыу ваҡытыбыҙ ҙа бер тирәләрәк икән.
Һөйләшә торғас, һүҙ бала исемдәре тураһында китте.
- Балағыҙға исем һайланығыҙмы әле? - тип ҡыҙыкһынам үҙенән.
- Уныһын ата-әсәһе һайлар инде, - тип әйтеп һалмаһынмы теге ҡатын. Минең шар булып асылған күҙҙәремде күргәс:
- Был минең бала түгел. Мин бары тик суррогат әсә! - тип тә өҫтәп ҡуйҙы.
Ишеткән һүҙҙәрҙән үҙем дә һиҙмәҫтән ҡулым менән эсемде ҡаплап ҡуйҙым. Әйтерһең, шулай итмәһәм, минең дә сабыйым сит-яттар ҡулына эләгеүе бар.
- Ике балам бар инде. Үҙем генә үҫтерәм. Был баланы тапҡас, фатир аласаҡбыҙ...
Ул тағы бик күп һөйләне. Ләкин «суррогат әсә» һүҙенән һуң минең йөклөлөк гормондары менән томаланған баш мейеһе башҡа мәғлүмәтте ҡабул итергә теләмәне. Ундай хәлдәрҙе телевизорҙан ғына ишетеп белгән ябай ауыл ҡыҙы бит мин. Ауыҙ эсенән генә: «Уңыштар һеҙгә!» - тип был ҡатын янынан тиҙерәк китеү яғын ҡараным. Кейеп ҡарарға тип һайлаған салбарым да онотолдо.
Бөтә булмышымды асыу биләп алды. Нисек инде туғыз ай буйы йөрәк аҫтында йөрөткән балаңды башҡа кешегә биреп була?! Был ханымдың йөрәге урынынлда таш тибәлер! Аҡса эшләр өсөн башҡа ысул таба алмағанмы ул тигән уй тынғылыҡ бирмәне.
Һуңынан тынысландым. Буласаҡ әсәне ғәйепләргә бер хаҡым да юҡ, сөнки тормошон белмәйем. Бәлки, ул ошо ғәмәле менән оҙаҡ йылдар ата-әсә булырға хыялланып, сараһыҙлыҡтан ни эшләргә белмәгән ғаиләне бәхетле итәсәктер?! Тәбиғи ысул менән әсә була алмаған ҡатын-ҡыҙҙың да үҙ балаһын һөйөргә хаҡы бар бит.
Был осрашыуҙан һуң инде ике йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Ә ул осрашыу һаман ҡапыл ғына иҫкә төшә лә ҡуя. Шул ваҡытта ҡуйынымда ауыҙын ҡымтып йоҡлап ятҡан улымды тағы нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡлайым. Үҙемдең ниндәй бәхетле әсә булыуымды иҫкә төшөрөп торған ваҡиға булып күңелгә уйылған осрашыу шулай йыш хәтергә әйләнеп ҡайта.
Ә теге сабыйға килгәндә... Ул да ҡараңғы төндәрҙә әсәһе ҡосағында мышнай-мышнай татлы итеп йоҡлаһын инде. Ниндәй юл менән донъяға тыуһа ла, көтөп алынған, бәхетле, наҙға һәм мөхәббәткә төрөнгән бала булып үҫһен ине...
(Аноним хаттан)