Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
26 Октябрь 2024, 15:55

АУЫРЫЙЫМ БИТ МИН...

Йәмәғәт, "ауырыйым" мин бит. Хәҙер күптәндән инде. Минең кеүектәр арабыҙҙа бармы икән тағы?

АУЫРЫЙЫМ БИТ МИН...АУЫРЫЙЫМ БИТ МИН...
АУЫРЫЙЫМ БИТ МИН...

Йәмәғәт, "ауырыйым" мин бит. Хәҙер күптәндән инде. Минең кеүектәр арабыҙҙа бармы икән тағы? Әйҙәгеҙ, шул турала һөйләшеп алайыҡ әле. Был аҙнала әлеге "сир" ике тапҡыр эләктерҙе. Тәүгеһе балалар баҡсаһына барып етеп, ҡыҙымды сисендереп күлдәген элеп ҡуйғас. “Был күлмәкте үтекләгәс, үтекте алып ҡуйҙыммы һуң мин?"– тигән уй шап итеп килтереп бәрҙе. Кире ҡайтып киттем инде, эшемде тамамлағас, бүлмәнән сығарып уҡ ҡуйған үтекте тағы бер тапҡыр ҡарарға.

Бөгөн икенсе тапҡыр ауырып алдым. Был юлы: "Өйҙән сығып киткәндә тағы бер ҡат газ плитәһенең борғостарына күҙ төшөрмәнем бит", – тигән уй эшкә килеп еткәндә "ҡыуып тотто". Тағы шул уҡ юлды ҡабатларға тура килде, һөҙөмтәлә эшемә ун минутҡа һуңға ҡалып килдем. Өйҙәгеләр минең был "сир"ем менән күптән таныш инде. Шуға күрә бергәләп машинаға сығып ултырған саҡтарҙа газ ҡаралған, ут һүнгән, үтек розетканан алынған, ишек ябыҡ тип рапорт бирә башлайҙар. Ҡара, ысынлап та ла уның ишекте бикләнемме-юҡмы тигәне лә иҫкә төшә икән бит әле.

Что һин, ә вдруг ҡараҡтар инеп баҙҙағы ике тонна алтыныңды урлап сығып китәләр? Өйҙәгеләрҙе әйтәм, ҡунаҡҡа йәки бер-бер артлы тағы ла берәй ергә сығып китеп, йөҙ метр ара уҙғас, кире боролайыҡ әле, минең бик тә кәрәкле әйберем ҡалған тигәнемә башта ышаналар ине. Ә хәҙер инде - юҡ! Булды, тип мине тиҙ генә кире урыныма ултырталар. Тағы ҡайһы ваҡыт ҡуҙғалып киткәндә генә: "Үтегеңде алдыңмы һуң?", – тип шаяртып бер булалар. Әммә был осраҡта үҙҙәренә инеп китергә тура килә инде.

Ә бит кистән үк үтеклә, кистән үк кейемдәрҙе әҙерлә ҡуй тип ни тиклем үҙемә һүҙ бирәм. Юҡ, насар ғәҙәт китмәһә лә китмәй икән.

Тағы ла эшкә сығып киткәс, өйҙәгеләргә, улар булмаһа күршеләргә телефондан шылтыратып, зинһар өсөн тәҙрәнән генә күҙ һал әле, асҡыс шунда, кереп кенә ҡара әле тип ялыныуҙың сиге юҡ. Ярай әле үҙҙәре тыңлай тағы. Бер һүҙ менән әйткәндә, "сир"ләйем мин, дустар, ай көслө "сир" эләктерҙем. (Аллаһ һаҡлаһын, ҡолағы ишетеп яманын бирә күрмәһен, тәүбә-тәүбә, әстәғәфируллаһ).

Берәй төрлө дауаһын белмәйһегеҙме һуң, әйтегеҙ әле. Үтеүеңде үҙең менән ҡыҫтырып эшеңә алып бар, телефоныңа фотоға төшөрөп ал тигәндәре генә булышмай...

Лилиә Нурғәлиева.

https://vk.com/tatar_live

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас