Башланғыс мәктәптә уҡығанда беҙ октябрят булдыҡ, һуңынан пионер, ә урта мәктәптә комсомол сафына индек. Тантаналы линейка ваҡытында түшебеҙгә тәүҙә октябрят значогы, пионерҙар сафына ингәс, галстук таҡтылар, йәшебеҙ еткәс, комсомол значогы ҡаҙанылар. «Баҫҡыстар» буйлап күтәрелгән һайын иңебеҙгә яуаплылыҡ өҫтәлде. Беҙ үҫә бара үҙебеҙҙең Тыуған ил алдында бурыслы булыуыбыҙҙы тойҙоҡ. Ватанды, унда йәшәгән төрлө милләт халҡын хөрмәт итергә тейешлегебеҙҙе аңлап үҫтек.
Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышында комсомолсыларҙың фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса көрәш алып барыуҙары, ил азатлығы өсөн хатта ғүмерен аямағанлығы беҙгә, йәш быуынға өлгө булды. Әгәр илгә ҡурҡыныс янаһа, шундай уҡ батырлыҡ ҡыла алырбыҙмы икән, тигән уй башҡа йыш килә торғайны. Тормош күрһәтеүенсә, тыныс ваҡытта ла ҡыйыу аҙымға барған йәштәрҙе күрәбеҙ. Уттан, һыуҙан, яуыз бәндәләрҙән күпме кешене ҡотҡарып ҡалғандар бар!
Үҙем тураһында шуны әйтер инем: мәктәптә дүрткә - бишкә уҡыуым, спорт менән дуҫ булыуым, яҡшы тәртибем менән комсомол исеменә тап төшөрмәнем. Ҡалала уҙған спорт сараларында йүгереү буйынса ла, саңғы ярыштарында ла әүҙем ҡатнаштым. Беренсе үҫмерҙәр разряды алдым.
Техникумда уҡығанда миңә комсомол ағзаһы взносы йыйыу вазифаһын ышанып йөкмәттеләр.
Бына ошондай ыңғай тәьҫораттар ҡалды ул йылдарҙан. Һағынып иҫкә алырлыҡ мәлдәр әле булһа күңелдә йәшәй.
Яҙмамды үҙ ваҡытында комсомол етәксеһе булған һәләтле яҡташым, шағирә Мәрйәм Күсмәеваға бағышлап яҙған шиғыр менән тамамлайым.
Булдыраммы, әллә юҡмы тиеп шикләнгәндә,
Шағирәменме, юҡмы тиеп икеләнгәндә,
Мәрйәм апай мине шул саҡ күреп ҡалды,
Күп тә үтмәй үҙ янына саҡырып алды.
Йәш саҡтан уҡ танышырға теләй инем,
Күрмәһәм дә, йомартлығын белә инем.
Шиғырҙарын матбуғатта күрә инем,
Комсомолды етәкләүен белә инем.
Асыҡ йөҙө, йылы һүҙе дәрттәр бирә,
Эреләнмәй, барыһын да яҡын күрә.
Халҡы өсөн изгелектәр генә ҡыла,
Бар күңелдән халҡын һөйгән шулай була.
Тәнкитте лә үпкәләтмәй әйтә белә,
Әйтә уны апайҙарса, ипләп кенә.
Комсомолды етәкләне оҙаҡ йылдар.
Уға берҙәм эйәрҙеләр ҡыҙҙар-улдар.
Ижадыңдың шишмәләре ҡоромаһын,
Ел-дауылдар кәйефеңде һис боҙмаһын.
Иҫән - һау бул, дәрт - дарманың артып торһон,
Хызыр Ильяс, апай, һиңә юлдаш булһын.
Дилара МӨХӘМӘТШИНА.
Автор фотоһы.