Разведка батальоны составында именлек өсөн көрәшкән Мәләүез яугире сәләмәтлеген нығытып алғас, хеҙмәтен артабан дауам итергә әҙер.
Әңгәмәсемде «тегендә»ге хәлдәргә бәйле уйҙарынан арындырыр өсөн, киләсәккә ҡуйған маҡсаты, хыялы хаҡында һорашам да, уның менән бергәләп алда көткән йылдарға барып әйләнәбеҙ. Ә егеттең ундағы тормошо шул тиклем дә матур, шул тиклем дә аяҙ күкле инде!
Уның һөйләгәндәренән күңелгә рәхәтлек, һиллек яғылды.
Йәш кешенең яҡты хыялдары әлегә сер булып ҡалһын, яҡташыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтып, уларҙы тормошҡа ашырыуын теләйек.
- Киләсәгең ниндәй әле һинең, «Кочевник»?
- Тыныстыр, моғайын... - Һаубуллашҡан саҡта биргән һорауыма ошондай ҡыҫҡа һәм аныҡ яуап алдым.
- Тыныс һәм бәхетле, шулай бит?
Фото шәхси архивтан.