Ҡатын:
– Мин был йортта Көлбикә кеүек тоям үҙемде! Йыуам, бешерәм, йыйыштырам...
Ире:
– Кейәүгә сыҡҡас әкиәттәге кеүек йәшәйәсәкһең тип әйттем бит мин һиңә!- тимәһенме! )))
*********
– Ялҡыттың! Мин һинән китәм! Һимеҙлегем тураһында бер туҡтауһыҙ төрттөрөүҙәреңде башҡаса түҙеп тормам!
– Туҡта, йәнем! Китмә инде! Балабыҙ тураһында уйла!
– Ниндәй балабыҙ тураһында?
– Нисек? Һин ауырлы түгелме ни?
*******
Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡарале, етте тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ал: беҙ бит вагон-ресторанда!!!
*******
– Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! - ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? - тип һорай әбей.
– Врач килгәйне иртән, әәәй, ишекте асманым да ҡуйҙым!..
******
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Юҡ.
– Ә Ерәнсә сәсән менән?
– Юҡ.
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
– Юҡ.
– Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Ҡабул иттеләрме?
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти.
Автор фотоһы.