Ошо көндәрҙә ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә хеҙмәт коллективтары өсөн ойошторолған «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» фестивалендә үҙ көсөн предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре һынаны. Сара ҡатнашыусылар өсөн сәмле һәм күңелле ярыш ҡына түгел, ысын күңел байрамына әйләнде.
30-ҙан 60 йәшкә тиклемге сәләмәт йәшәү рәүешен яратыусылар ГТО нормаһы сиктәрендә урындан оҙонлоҡҡа һикереү, пневматик винтовканан атыу, арҡала ятҡан көйөнсә кәүҙәне күтәреү һәм башҡа бик күп һынауҙар үтте. Мотлаҡ күнегеүҙәр тамамланғас, уларҙы төрлө эстафета һәм арҡан тартыу көтә ине. Етеҙҙәр һәм состар бында ла һынатманы!
Команда капитандары араһында тупты баскетбол ҡулсаһына ырғытыу буйынса конкурс үткәргәндә, һәр кем үҙ спортсыһы өсөн янып-көйҙө.
Ҡыҙыу ярышта үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре еңеүсе булараҡ танылды. Икенсе урынды «Водоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, өсөнсөнө ҡаланың һөт-консерва комбинаты командаһы яуланы. Фестивалдә ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф, ыңғай тәьҫораттар алды, шулай уҡ Маҡтау грамоталарына һәм миҙалдарға эйә булды. Тиҙҙән уларҙың һәр береһе тиерлек өс дәрәжәнең береһендә ГТО билдәһенә лайыҡ буласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор фотолары.