Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
8 Декабрь 2024, 05:20

Көнһылыу

Их! Был донъялар һөйөндөрмөш, көйөндөрмөш, ялындырмыш...  

КөнһылыуКөнһылыу
Көнһылыу
Их! Был донъялар һөйөндөрмөш, көйөндөрмөш, ялындырмыш...

Сөйөмбикә олоғая килә үҙгәрҙе. Хәҙер ерле-юҡтан ажғырып та бармай,ҡәйнәһе Ғәбиҙәгә лә нисектер яғымлы,йомшаҡ булып китте. Мырҙағәлеһе өсөн йәнен һурып ,йөрәген йолҡоп бирерҙәй ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы.

Ҡәйнәһе түшәккә ятып киткәс тә сабый баланы баҡҡандай ҡараны. Күлдәге менән яулығын сылт аҡ , түшәге тап-таҙа, саф булды. Алдынан ашын, ҡайнар сәйен өҙмәне, йылы һүҙен йәлләмәне. Ғәбиҙә килененән риза булып күсте ысын донъяға.

Ҡәйнәһенең вафатын ауыр кисерҙе Сөйөмбикә.

-Ыстағафирулла...Ҡәйнәм өйөбөҙҙөң бер нуры булған икән дә...Донъябыҙ ҡараңғы,үҙебеҙ үкһеҙ етемдәр булып ҡалдыҡ бит,Мырҙағәлеү,ишетәһеңмеү?!Әүлиә булған бит ҡәйнәм...

Мырҙағәле менән Сөйөмбикә бер-бер артлы киттеләр.Әбей-бабай булып йылы мейес буйында оҙаҡ әжәл көтөп тә ятманылар,Тәүҙә Мырҙағәлеһе ҡапыл ғына ятып китте.

-Аһ-аһ!Атағыҙҙы әйтәм.Килештереп ятҡан була.Тор,етте,бабай,ятма!Мал-тыуарыңды ҡарап ин...Мырҙағәлеееү,тип баҡырып тора һәүкәштәр...Минең менән ултырып сәй булһа ла эс.Һинһеҙ тамаҡҡа сәй ҙә үтмәй...Тор ғуй...Кеше эшәндереп ятма,тоор...-йомшаҡ итеп өндәшә Сөйөмбикә,үҙе бабайының маңлайынан һыйпай,сәстәрен һыпыра.

Үткәндәргә -ут!,тиһәләр ҙә,үткәндәрҙе уйлап үкенде Сөйөмбикә.Йәшәлгән ғүмерҙе әйтсе әле.Ишекте асып япҡан ара һымаҡ ҡына булған бит,Мырҙағәлеү...

Яңынан йәшәп булһа,былайтып йәшәр инеме ни Сөйөмбикә?Дастуйын йәшәр ине!Ирҙе ,,ИР "итеп!

-Мырҙағәлеңде ҡуша алып ят үҙең менән,тигәйне бер заман Сөйөмбикә ҡәйнәһенә.Һул яғынан яҡын ғына ята Мырҙағәлеһе әсәһенә.

Сөйөмбикә төш күрҙе:имеш, Тәкә һуҡҡанда Мырҙағәле ҡолас ташлап бесән сабып йөрөй.Күрән бесән кендеккә тиклем үҫкән икән тей.

-Бикәәәәү!Айран һыуҙап алып кил ,тип һөрәндәй икән ире.Әлүмин туҫтаҡҡа тултырып айран ҡойоп алып барҙы Мырҙағәлеһенә.Мырҙәғәлеһе йәп-йәш!Һонолоп ҡына алып эсте лә айранды ,Бикәһен үҙе менән ҡуша алды ла китте.Унда мисәлгән аттар тора икән тей"...

Бына әле әсәһен ерләп ҡайтып ултыралар Көнһылыу менән Шафиҡ.Был икәү киреһенсә,йәшәй-йәшәй бер-беренән алыҫая баралар.Ҙур фатирҙарының бер бүлмәһендә Шафиҡ,бер бүлмәлә Көнһылыу .Ут күршеләр һымаҡтар.Тик бер-беренән ут алырға ла ,ҡот алырға ла йөрөшмәйҙәр,ҡайнар сәйҙе лә икеһе ике яҡта,айырым һемерәләр.

Шафиҡ эскеләгән саҡтарында үҙ бүлмәһендә ҡысҡырып ,,Ашҡаҙар"ҙы йырлай.Көнһылыу уны ишетмәй.Ике инсульттан һуң ҡолаҡҡа ҡатты.

Көнһылыуға берәй йомошо төшһә,кухня өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙға ҡәләм менән сыймаҡлай ҙа, бүлмәһенә инә.Шаҡып тормай-күршеһе барыбер ишетмәй.

Әле ауылдан Таңһылыу ҡайынбикәһе шылтыратты.Тағы ауыр хәбәр ишеттерҙеләр.

-Кейәү,һеңлемә әйтегеҙ әле.  Ғүмәр китеп барған.Хушлашырға ҡайтһын,тип шылтыратып тормайым,апайы әйтергә ҡушҡас...аманатын еткереп торам инде...Хәл дә һорашҡан юҡ.Нисек ҡайтып еттегеҙ һуң?

-Рәхмәт,яҡшы ғына ...Ғүмәр ,тинеңме?-Шафиҡтың ҡулынан саҡ телефоны төшөп китмәне...-ярай ,хәҙер яҙып бирермен,әйтермен...ҡайынбикә...

Өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙға ҡабаланып сыймаҡланы Шафиҡ:,,Ғүмәр вафат".Ошо ҡағыҙҙы тотоп тантаналы ҡиәфәттә индерҙе ул күршеһенә.Әйтерһең,ул кешенең вафаты түгел,ә кеше тыуҙы,тигән һөйөнсө алып инде.

Юл һуҡты.Ятып тора ине Көнһылыу.Шафиҡ уның эргәһенә ҡағыҙҙы һалды ла,көтөп торҙо .Ике күҙе -Көнһылыуҙа.Йәнәһе,нисек тәъҫир итер был хәбәр?Көнһылыу күҙлеген һәрмәп алып,ап-аҡ ҡағыҙға яҙылған ҡара хәбәрҙе уҡыны.Ҡымшанманы,тыныс булырға тырышты:

-Иртәләгән икән...-ҡағыҙҙы ситкә алып ҡуйҙы.Башҡа бер ни өндәшмәне,кире урынына ятты.

Шафиҡ бүлмәнән сыҡты,кухняға инеп,крандан һалҡын һыу эсте,ҡапыл йөрәге дуланы.Ҡумтанан дарыу эҙләне.Ҡайбер кешегә ҡыуаныслы хәбәр ҡайғылы хәбәргә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ була бит.Стаканға корвалол тамыҙып эсте.Шунан ҡағыҙ менән ҡәләм тотоп кире күршеһенә китте.Тик ишек төбөндә кире уйланы.

Бүлмәһенә инеп ятты ла уйға ҡалды:ятаҡ вестибулендә хаттар кәштәһе эргәһендә торған һылыу ,йәш Көнһылыуҙы иҫенә төшөрҙө.Ҡырағай ҡоралай кеүек ғорур ҡыҙ кәштәләрҙән хат эҙләй ине,хат булмағас,кәйефе төштө,шулай ҙа башын юғары тотоп тек-тек баҫып Шафиҡ эргәһенән үтеп киткәйне.Ах,иҫәр ҡоралай.Ғүмәреңдең хаттарын Шафиҡ ҡулына төшкәнен башына ла килтермәй бит ул! Шул Шафиҡ етте лә инде Көнһылыу башына!

Көнһылыуҙы законлы кәләше итте,биш балаһына әсәй булды Көнһылыуы,тоғро ҡатын булды.Ирҙе ир итте,алдында тик бейеп кенә торманы.Шул!Ҡәйнәһен дә бәләкәс кенә бүлмәләренә алып ҡайттып көттө. Ниндәй ине Көнһылыуы-ус төбөндә генә йөрөт бит! Юҡ. Йөрөтмәне...
(Дауамы бар.)
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас