Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
8 Декабрь 2024, 04:10

Көнһылыу

Ә хаттар бүтән килмәнеләр.Көнһылыу көтөүҙән төңөлмөне. Бәлки хаттар почтала яталарҙыр,тип,почтальон ҡыҙҙарға ла барып йөрөгән булды.

КөнһылыуКөнһылыу
Көнһылыу

Ә хаттар бүтән килмәнеләр.Көнһылыу көтөүҙән төңөлмөне. Бәлки хаттар почтала яталарҙыр,тип,почтальон ҡыҙҙарға ла барып йөрөгән булды.

Ниһайәт,сессиялар тамамланып,ҡыҙҙар ҡайтып бөттөләр.Көнһылыуҙың поезды кискә генә.Сумаҙанын тултырып әҙерләп ҡуйған ул.Ишек янында ғына тора.Бүлмәне таҙалап,йыуып ,асҡысты коменданҡа тапшырырға ла,юлға,Алла бойоһа!Ауылдағы һымаҡ,яланаяҡланып,ихлас иҙән йыуып йөрөй ине ҡыҙыҡай ,кемдер һаҡ ҡына ишек ҡаҡты.Асып ебәрһә-Шафиҡ тора.

-Мөмкинме?- шымтайып ҡына тора егет ,кәйефһеҙ.

-Иҙән йыуғанда ҡамасаулаған кешене яратмайым!-Көнһылыуҙың эше күп әле.Сығып туғандарына күстәнәс алаһы бар.

-Йомошом бар ине,-иламһыраған был егет ҡыҙға йәлләмес тә булып китте .

Көнһылыу яҡын күрә ул уны.Егеттең үҙенә күҙе төшөп йөрөгәнен дә белә,һиҙә ул.

Тәртипле,ипле,тип уйлағаны ла бар.Йырына күптән ғашиҡ...

-Үт һуң.Сәй эсербеҙ,иҙәнде генә йыуып бөтөрәйем дә...-Көнһылыу йыуғысын иҙәнгә ташланы ла,сәйнүген тотоп ,кухняға сығып киткәйне,Шафиҡ иҙән йыуырға еңдәрен һыҙғанып тотоноп китте.Көнһылыу ҡайнаған сәйнүген тотоп килеп ингәнсе,Шафиҡ йыуғысын һығып ,ишек алдына түшәп тә ҡуйҙы.

-Әллә кемдең эшлекле кейәүе булырһың инде,-тип мәрәкәләп ебәргән булды ҡыҙыҡай.Үҙе сәй табыны әҙерләне,-һөйләп ултыр хәбәреңде!

-Минең әсәйем ныҡ ҡына ауырый,түшәктә ята.Әйҙә ,Көнһылыу,бергәләп ҡайтайыҡ.Мин әсәйемә һине күрһәтәм генә лә,алдап ҡына күрһәтәм дә һине ,шунан оҙатып ҡуйырмын автобусыңа...

Күҙлекле егет ҡапыл ғына йәлләмес булып китә.Иламһырап ҡына ултырған егетте ниңәләер ҡыҙғанып ҡуя Көнһылыу.Бер ғәҙәте бар ҡыҙҙың:аламамы,яҡшымы үҙе лә белмәй?Тиҙ генә ышаныусан ул кешегә.

-Әллә...Барайыҡ һуң,тик мин шундуҡ ҡайтып китәм...

Төнө буйы уйланып сыҡты ҡыҙыҡай.Үҙенең тиҙ генә вәғәҙә биргәненә йәне лә көйә.Моғайын,егет башы менән алдашып та тормаҫ,тип үҙен кире йыуатты.Шулай таң аттырҙы.

Таң менән Кумертау автобусына ултырып ,ҡуҙғалып киттеләр егет менән ҡыҙ.Юл буйына Көнһылыу егеткә күтәрелеп тә ҡараманы,уға эйәреп китеп барғанына оялды ла,ғәрләнде лә.Үҙе егеттең әсәһенең түшәктә ятҡанын күҙ алдына килтереп ҡыҙғанды - беҙ барып еткәнсә әсәһе үлеп ҡуймаһын,тип көйҙө,йәрәге һыҙланы!Әй!Бер ҡатлылыҡ.Бүтәндәргә үҙеңә ышанған кеүек ышаныу,инаныу!Саф,керһеҙ күңел!Оло йөрәкле бәләкәс кенә ҡыҙ!

Төштән һуң егеттең ауылына килеп еттеләр.Арыны,һыуһаны Көнһылыу.Уларҙы тып баҫып йөрөгән кәүҙәгә бейек кенә ҡатын менән йәтеш,теремек кенә әбей ҡаршы алдылар..

Әсәһе төп-төҙ баҫып йөрөгән бейек кенә ҡатын.Түшәктә ауырып ятып,әле тороп ҡыбырҙап йөрөгән кешегә һис оҡшамаған.Ҙур өҫтәлгә ризыҡтар теҙгәндәр.Ҡунаҡ көтәләр икән.Беҙҙән башҡаларҙы ла.Көнһылыу күҙ сите менән генә Шафиҡты күҙәтә,уныһы шул тиклем шат йөрөй.Әсәһе һауыҡҡанға шулай ҡыуанамы икән?Көнһылыуҙың уйҙары сыуалды.

Бына ҡатын-ҡыҙ,оло инәйҙәр килделәр,өҫтәл тирәләй ултырыштылар.Йырсының әсәйе Фирҙәүес апай Көнһылыуҙы буласаҡ килен ,тип таныштырҙы.Ҡыҙ оялыштан,юҡ оялыштан түгел,ғәрлегенән,алданыуынан ҡып-ҡыҙыл булды.Ҡолаҡтары янды,башы шауланы,йөрәге туланы,эсе һыҙып ауырта башланы.Асығып,һыуһап килгән кеше,өҫтәлдән тәғәм дә алып ҡабалманы.Өҫтәл артында ҡатындар ашап-эстеләр,күңел астылар,Шафиҡты йырлаттылар.Уныһы инәлтмәй-йырланы ла йырланы.Ҡасан туҡтар йырлауынан?Ишеткем килмәй!Ишеткем килмәй!Йөрәге һыҙлауға,башы геүләүгә,эсенең ауыртыуына саҡ ҡысҡырмай түҙеп ятып,таң аттырҙы ҡыҙыҡай.

Алһыу таң беленер-беленмәҫ кенә булып атып килә ине,сумаҙанын йөкмәп тышҡа сыҡты ҡыҙыҡай.Ҡапҡаның келәһен ашып мәшәҡәтләнгән арала,солан ишеге асылып китте лә,текә,ҙур кәүҙәле апай килеп сыҡты.

-Автобус әле үк булмай,-тип кәртә яғына инеп китте.Көнһылыу ҡапҡаны асалмай бер булды.Аша төшөргө кәрәк ,тип уйлай үҙе.Шафиҡҡа көсөк һымаҡ эйәреп килгәненә үкенде,ҡапҡа төбөнә сүкәйеп ултырҙы ла,үкһеп-үкһеп иланы ҡыҙыҡай.

Фирҙәүес апай йомошон бөтөрөп,кире өйөнә инеп китте,шарт итеп ишектең келәһе эленде.

Илай-илай таңды аттырҙы Көнһылыу .Иртәнге һалҡын елегенә үтте,бөтә тәне ҡалтыраны.

Иртәнсәкке автобусға Шафиҡ та сыҡты.Үҙе кисәге оло сумаҙанын тотҡан.

-Мораҡҡа тиклем оҙатам һине!Ниңә сәйгә инмәнең?-Шафиҡта кисәге меҫкен кешенең әҫәре лә ҡалмағайны.

Туҡталышта автобус көтөп торғандарҙан шул тиклем оялды ҡыҙыҡай.Үҙен ҙур енәйәт эшләп тотолған кешегә оҡшата.Ғүмәренә хыянат итте бит!Оят!

Автобус ваҡытында килде.Шафиҡҡа күтәрелеп тә ҡарамай,автобусға инеп ултырҙы ҡыҙыҡай.Бәй!Шафиҡ та инеп эргәһенә баҫҡансы.

Шул тиклем илағыһы килә,тамағына төйөр тығылды.Ҡысҡырып илап ебәрер ине халыҡтан ояла шул.Мораҡҡа килеп еттеләр.Инде Баймаҡ автобусына күсеп ултырғайны ҡыҙыҡай,артынса Шафиҡ инде.Шафиҡ Мораҡта ла ҡалманы.Телдәргә таш ҡаҡҡандай был икәү -һөйләшмәйҙәр.Төш мәле етеп,аяуһыҙ ҡояш ҡыҙҙырырға тотондо ла,былай ҙа эҫе,тынсыу автобус эсе мунса һымаҡ ҡыҙҙы.Кисәнән бирле ауыҙына тамсы һыу алмаған ҡыҙыҡайҙың теле аңҡауына ҡуша йәбеште.Бәҫтән тайҙы.ПАЗик Баймаҡҡа киткән боролошта туҡтап,пассажирҙарҙы төшөрҙө,Көнһылыу сумаҙанын ҡосаҡлап ишеккә атылды,Шафиҡтан ҡасҡыһы ,ҡотолғоһо килде.Уның артынса сумаҙаны менән Шафиҡ килеп сыҡты.

-Һин нимә минең арттан эйәреп киләһең ул ?- Ҡөнһылыу бар көсөнә сумаҙаны менән егеткә тондорҙо.

-Минең егетем бар!Минең егетем бар!-үҙе юл ситенә сүкәйеп ултырҙы ла,үкереп илап ебәрҙе.Оҙаҡ һыңҡылдап ултырҙы.,,Ғүмәр белеп ҡалһа ,ниндәй оят!Әсәйемә нимә ,тип ҡайтып инәм,ул мине тағы ла туҡмар бит!"-шуларҙы уйлап иланы ҡыҙ бала.

"""

Ауылға тиклем йәйәү атланылар.Попутка килеп сыҡмаһын,тип ҡурҡып килә ҡыҙыҡай.Әсәйе,атайы,оләсәйе,туғандары сәйгә ултырырға ғына торалар икән.

Өләсәһе ҡоласын йәйеп ҡаршы алды Көнһылыуҙы:маҡтап ҡына йөрөй минең ҡыҙым! Әйҙә ҡулығыҙҙы сайығыҙ ҙа,сәйгә яҡынлағыҙ.

Күҙенең ҡыры менән генә юлдашымды күҙәтә ҡыҙыҡай.

Шафиҡ сумаҙанын асып ҡуйған да,әсәйем ебәргән бүләктәр,тип ,табын тирәләй ултырғандарға өләшә башланы.

-Был буласаҡ кейәүме,ҡыҙым,-Мырҙағәле шыбырлап ҡына ҡыҙына өндәшә.

-Эйе,кейәү,тиеүҙән башҡа хәле ҡалманы ҡыҙҙың.

Иртәнге автобусға Мырҙағәле ,,кейәүен" оҙатып ҡуйҙы.

Иртән көтөү ҡыуғанда уҡ һөмһөрө ҡойолоп ҡайтҡан Сөйөмбикә мейес алдында ятҡан сипсыны ҡулына эләктереп,урындыҡта өләсәһе эргәһендә йоҡлап ятҡан Көнһылыуға ташланды, ҡыҙын ярырға кереште.

-Тор,алама бала.Ниндәй бөтмәҫ йоҡо!?

-Әсәй,әтәс ҡысҡырҙы ламы ни?-йоҡо аралаш әллә нимә мығырҙаны Көнһылыу.Йоҡоһоҙ төндәр арманһыҙ арытҡайны уны.

-Әтәс ҡысҡырмаһа ла таң ата!Әҙәм ыстырамы! Кешенән оят.Ғүмәрҙең әсәһенә ней күҙ менән күренәбеҙ былай булғас!Егет оҙатып , ҡалдың түгелме?Вәғәҙәһеҙ!Үгеҙ эйәртеп ҡайтҡан Сөйөмбикәнең ҡыҙы,тип һөйләп торалар бисәләр!Ҡороп ҡалғыры!Апайың сатан булғас,уға кейәү сыҡмаҫ,тип алдан ырғып төшөп йөрөйһөңмө?Кейәү ишшү уға!

-Көнһылыуҙың арҡаһын,яурындарын,боттаран,ҡулбаштарын сипсы менән төйгөсләне Сөйөмбикә.

-Ҡыҙ һаҡлағансы,тоҙ һаҡла!Сыҡһын.Ҡуй,килен,ташла сипсыңды,үлтерәһең бит!-Ғәбиҙә инә ҡаҙ һымаҡ ҡыҙы эргәһендә ҡулдарын йәйеп ,ҡурсалап маташты.Уға ла сипсы эләкте.

-Үлһен...-Мырҙағәле ҡапҡанан күренгәс,Сөйөмбикә мейес артына сипсыһын ырғытты.

Ике аҙнанан ҡоҙалар килеп,туйҙы һөйләшеп ҡайттылар.Көнһылыуҙың тәнендәге күктәре лә үтмәгән ине.

Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ бит ул!Мәж килеп туйға әҙерләнделәр.Сөйөмбикә менән Мырҙағәленең балларының тәүге туйҙары,бит.

-Ат етмәҫ ергә дан етер,килен!Туйҙа ҡаш емерешеп ултырмағыҙ,бер-берегеҙҙең битен йыртышып ултырмағыҙ!Бигерәк тә Көнһылыуҙыҡын.Ҡыҙҙы йәберләгәнегеҙҙе ҡәйнәһе ,кейәү белһә,улар ҙа Көнһылыуҙы ыҙалатырҙар .Дастуйын итеп үткәрәйек туйҙы,-Ғәбиҙә шулай тине.

Августың ун туғыҙында ижаб уҡытып,туй үткәрҙеләр ҙә,ҡыҙҙы бер юлы оҙатып алып ҡайтып киттеләр.Ғүмәр армиянан ҡайтып,оҙаҡ та торманы,Себер сығып киткән,тигән хәбәр ишетелде.

,,Мин иң бәхетһеҙ ҡыҙ!"-шулай тип уйлай Көнһылыу яҡты хыялдары селпәрәмә килеп ыуалыуына.

Өсөнсө курсҡа ир ҡатыны булып уҡырға барҙы Көнһылыу.

Бер йыл үткәс,тәүҙә ҡәйнәләргә,шунан ҡәйнәләре менән ҡуша әсәйҙәренә ҡайтты Көнһылыуҙар.

Түр яҡҡа оҙон өҫтәлгә сәй әҙерләне Көнһылыу. Ҡоҙағыйҙар әхеүәлдәр һорашып,ҡыҙҙарының сәй яһап индергәнен көтөп ултыралар ине.Ҙур батмусҡа матур сынаяҡтар теҙгән дә дә сәй яһап тора Көнһылыу.Сөйөмбикә былай тип һүҙ башланы.

-Ҡоҙағый,шуны һорайым,тим әле...Һеҙ беҙҙең баланы ҡайҙа иттегеҙ әле ул?

-Ҡайһы баланы әйтәң,ҡоҙағый?- Фирҙәүес Сөйөмбикәгә аптыраулы ҡараш ташланы.

-Атаҡ-атаҡ!Ҡайһы баланы тейсе!Көнһылыуҙың балаһын әйтәм.Һөйләшергә килгәнегеҙҙә туйҙы йәһәттәтә һалайыҡ,ҡыҙығыҙ ауырлы,тигәйнегеҙ бит! Ана шул бала ҡайҙа ул?Әллә үлтереп,берәй ергә тығып ҡуйҙығыҙмы?-Сөйөмбикә оторо ҡыҙып китте!-шул баланы таптырам да!

-Ҡуйсы,ҡо...ҡо..ҙағый,аһ,..а...а..уыҙыңдан ел алһын,ке..кке..кеше үлтерергә...-Фирҙәүес тотлоғоп уҡ китте хатта.

-Минең ҡыҙым шул ваҡыттан бирле ауырлы йөрөргә бейә малылыр шул??Нишләп улайһа мине бөтә мир алдында рисуай иттегеҙ!Ҡыҙығыҙ ауырлы,тип күҙҙе лә астырманығыҙ!

Көнһылыуҙың аяҡ,ҡулдарының быуындары тотмаҫ булды.Бер батмус итеп теҙелгән сынаяҡтарын шабырлап иҙәнгә ҡолатып ебәрҙе-улары селпәрәмә килделәр.

-Сынаяҡтарҙы онтап тораңмы?-Сөйөмбикәнең шарылдағанын тыңлап бөтмәне,тышҡа атылды Көнһылыу.

,,Хоҙайым!Ниңә мине улайтып алдап,мәсхәрәгә ҡалдырып алдылар икән!"-мунса эсенә инеп һығылып ҡына иланы Көнһылыу.

-Ҡыҙым,бындамы һин?-Ғәбиҙә ҡыҙы артынса мунсаға инде.

-Өләсәй,һин бит алтын аҡыл эйәһе!Әйт,кәңәш бир,мин нисек йәшәргә тейешмен хәҙер?Нишләп минең оло тормошом алдаҡтан башлана һуң?Минең өҫтөмә йыуынды һыу ҡойҙолармы ни?Мин шундай бысраҡ!!!Өләсәй,ҡана Һаҡмарҙан һыу ғына ташып,мунса яғып төшәйексе!

Фирҙәүес кисәге һөйләшеүҙән оялыпмылыр инде,әллә уға ысынлап та кисекмәҫтән ҡайтырға кәрәк булып киттеме,иртәгәһенә Мырҙағәле

атын егеп,ҡоҙағыйын туҡталышҡа алып барырға булды.

-Ҡоҙағыйҙың аҫтына түшәк сығарһаң,-тине Мырҙағәле Сөйөмбикәгә асмалы тәҙрә аша.Уныһы ишетмәмеш булды.Мырҙағәле үҙе түшәп йөрөгән алама куфайкыһын ҡоҙағыйы аҫтына шылдырҙы.

-Ҡуй,түшәгем үҙем менән ҡоҙа,был яҫтыҡ һымаҡ осаны нимештәп алып йөрөй,тиһең,-Фирҙәүес ҡаҡ арбаға менеп ултырҙы ла,башын түбән эйҙе.Оят ине уға.Аттар ҡуҙғалып киттеләр.

Көнһылыу менән Шафиҡ уҡыуҙарын тамамлап,дипломлы,йәш белгестәр булып киттеләр.Эшкә төштөләр.Көнһылыуҙың бәпестәре өсәү булып китте.Бер отпускыһында йәйгеһен ауылға ҡайтты. Ике улын етәккә ,береһен беләккә һалып килә ятҡан ҡатынды автобус һалдаттарҙы оҙатҡан оло юлға төшөрөп китте.

Атайың эштән бушамаҫ,йәйәүләп кенә килеп ҡаршы алырмын,тигәйне Сөйөмбикә почтала телефондан һөйләшкәнендә.Бына әле балларҙы ҡаршы алырға килеп тороуы.

Күстәнәс тейәгән оло сумканы Сөйөмбикә тотоп,ике баланы эйәртеп,Көнһылыу бер улын беләгенә һалып, атлап баралар.Сөйөмбикә алданыраҡ атлап,Көнһылыу арттараҡ ҡалып бара инеләр.Көһылыуҙағы бала бер,,төшәм",тип,бер ,,һуп ит",тип мыжып килә ине.Сөйөмбикә артына әйләнеп:

-Көнһылыу,балам,әйҙә йылдамыраҡ атлағыҙ!-тип өндәште.

Көнһылыу шып туҡтаны:,,Көнһылыу,балам?"...тинеме шул әсәйем?-ҡолағы ишеткәнгә ышанмай торҙо.

-Әсәй,һин миңә ,,балам" тип өндәштеңме шул?- Көнһылыу ҡабатлап һораны-Әсәй,һин балам ,тинеңме миңә?

-Эйе,шулай тинем шу...

Беләктәре тотмаҫ булды Көнһылыуҙың,улын ергә баҫтырҙы ла,үҙе үләнгә сүкәйеп кенә ултырып һығылып ҡына илап ебәрҙе!

-Атаҡ!,Нимә булды,Көнһылыу?Әйҙә,аттайыҡ -Сөйөмбикә кире боролоп ҡыҙы янына килде.

-Әсәй,һин миңә бер ваҡытта ла балам,тимәнең,өс балаға әсәй булғас,ҡына шундай наҙлы һүҙҙе тәүгә ишетеп тороуым ...-Көнһылыу тыйыла алмай иланы ла иланы,иланы ла иланы.Әллә ҡайһы ерҙән, бәғерҙәрҙең иң-иң төпкөлөнән сыҡты ул иңрәү,илау,һыҡтау.

-Ҡуйсы,тор ,балам...әйҙә балалар арығандыр,-Сөйөмбикә ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө.

-Әсәй,һин мине яратаңмы?-Көнҙһылыу йәшле сәгер күҙҙәре менән әсәһенең күҙҙәренә ҡараны.

-Яратам, балам! Яратам...- Сөйөмбикә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө...

(Дауамы бар)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас