10 декабрҙә район-ҡаланың белем биреү учреждениеларында «Балалар хәүефһеҙлеге - 2024-2025» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә янғынды иҫкәртеү саралары ойошторолдо.
Ҡаланың 7-се мәктәбендә һәм Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәте бүлеге хеҙмәткәре асыҡ дәрестәр үткәрҙе.
7-се мәктәптең 5 класы уҡыусылары РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының федераль янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәте 14-се бүлегенең 36-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы ҡарауыл начальнигы эске хеҙмәттең кесе лейтенанты Роман Курушкин ярҙамында махсус эш кейемен һәм һаҡланыу сараларын ҡулланып ҡараны.
Мәктәп уҡыусылары янғын ваҡытында ҡулланырға тейеш төп ҡағиҙәләр, күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү саралары тураһында кәрәкле мәғлүмәт алды, шулай уҡ янғын һүндереүсе һөнәренең нескәлектәре менән яҡындан танышты.
Автор фотолары.