14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың да донъяға килгән көнө менән иҫтәлекле ул. Ошо айҡанлы балалар баҡсаһы, мәктәп, уҡыу йорттарында байрамға арналған сара, осрашыуҙар үтә. Был байрам 2019 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы ойошторолдо.
Ҡала мәҙәниәт йортонда “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе ағзалары Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе.
Сара “Башҡорт теле” йыры менән башланды. Алып барыусы Хәлиҙә Шәйәхмәтова уҡыусыларға тел, рух байлығы, ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләп, башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса аралашыу ойошторҙо.
Әҙәби берекмәгә йөрөүселәр үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләне, ҡобайыр йырланы. Бына шулай фәһемле һәм файҙалы сара бүләк итте “Мәләүез таңдары” балаларға.