Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 05:25

ИКМӘК ҺАЛДЫМ

Мамыҡ кеүек кенә йомшаҡ булыпҠабарып та беште икмәгем.Икмәк булһа - йыр ҙа булыр тиепӘйтмәгәндәр икән тикмәгә.

ИКМӘК ҺАЛДЫМИКМӘК ҺАЛДЫМ
ИКМӘК ҺАЛДЫМ

Мамыҡ кеүек кенә йомшаҡ булып
Ҡабарып та беште икмәгем.
Икмәк булһа - йыр ҙа булыр тиеп
Әйтмәгәндәр икән тикмәгә.

Илкәйемдә именлектәр булһын,
Тыныс булһын зәңгәр күгем дә.
Ауылымдың баҫыу-ҡырҙарында
Тулҡынланып үҫһен игендәр.

Телем-телем телдем икмәгемде
Теләктәрҙең теләп тик ағын.
Икмәктән дә бөйөк, икмәктән дә оло
Был донъяла ни бар һуң тағын?

Сабый бала кеүек бәпләй-һөйә
Мейесемдә икмәк бешерҙем.
"Икмәк булһа - йыр ҙа булыр" тигән
Мәҡәләне иҫкә төшөрҙөм.

Өҫтәлдәрҙә икмәк булһын әле,
Йорт-илебеҙ тойһон именлек.
Яуҙан ир-егеттәр иҫән ҡайтһын,
Һаулыҡ булһын әле иң элек,
Күңелдәрҙә булһын изгелек!


Фәнилә Йәндәүләтова.

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас