Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
14 Декабрь 2024, 04:30

Алтаҡталар - беҙҙең йөҙөбөҙ ул

«Һеңлем, ыуылдырык нимә була ул?»

Алтаҡталар - беҙҙең йөҙөбөҙ улАлтаҡталар - беҙҙең йөҙөбөҙ ул
Алтаҡталар - беҙҙең йөҙөбөҙ ул

«Һеңлем, ыуылдырык нимә була ул?» Баш ҡалала йәшәгән апайымдан ошондай смс-хәбәр алғас, «Ыуылдырык түгел, ыуылдырыҡтыр ул», тип яҙып ебәрҙем дә, Мәскәү һынлы Мәскәүҙә башҡортса яҙыуҙы ҡайҙа күрҙе икән тип аптырай ҡуйҙым. Тәржемәне яҙып ебәреүемә, телефоныма затлы ризыҡ теҙелгән кәштәнең фотоһы ла килеп төштө. Баҡһаң, ул Өфөгә ҡайтып, «Пятерочка» супермаркетында йөрөй икән. Мәктәптә урыҫса уҡыған кеше өсөн был, әлбиттә, ят һүҙ. «Ошо йәшемә етеп, ундай яҙыуҙы беренсегә күреүем, шуға ҡыҙыҡһынып киттем», ти үҙе. Апайым менән һөйләшкәнсе бер ҙә иғтибар иткәнем юҡ ине, көн дә йөрөгән юл ыңғайында урынлашҡан «Пятерочка»ға ингәнемдә, үҙем дә шундай уҡ яҙыу күреп ҡалдым. Ул ыуылдырыҡ өсөн ҡуйылған махсус һыуытҡысҡа эленгәйне.

Ике телдә лә дөрөҫ яҙылған яҙыу күрһәң, күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо уяна. Ҡаланың билдәле сауҙа үҙәгенә ингәндә, «Әкиәт. Сказка»  тигән матур алтаҡта ҡаршылай.

Йәшерен-батырыны юҡ, сауҙа үҙәктәрендә, шәхси кабинеттарҙа ғына түгел, ойошма һәм предприятиеларҙың алтаҡталарындағы атамаларҙа хаталар ҙа юҡ түгел бит. Улай ғына түгел, урам исемдәре лә дөрөҫ яҙылмай өле! Уйлап ҡараһаң, хата башҡорт телендә генә түгел, урыҫса яҙыуҙарҙа ла етерлек. Күңелде ҡырған, дәүләт телдәренең бәҫен төшөргән, камиллығын юҡҡа сығарған күренешкә иғтибар итеүҙәрен һораһаң, кемдер тиҙ арала төҙәтеү яғын хәстәрләһә, битараф ҡалғандар ҙа бар.

Район-ҡалалар буйлап йөрөгәндә, ауылдарҙың, йылға-күлдәрҙең атамаһы дөрөҫ яҙылмауы күңелде ҡыра. Уларҙы күргән һайын, беҙҙә бер һүҙҙе төҙәтеү ҙә шул тиклем хәл итмәҫлек мәсьәләме икән ни тип аптырауға ҡалаһың.

Хаталы алтаҡталарҙы фотоға төшөрөп интернетҡа һалыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, бер тел белгесе Рабкоров урамын Һыйыр ҡоло урамы тип тәржемә ителгән алтаҡтаны һалғайны. Аптырарлыҡ, шулай бит?!  

Үҙ телебеҙҙә дөрөҫ яҙыу мәҙәниәтебеҙҙе, ерле халыҡҡа булған хөрмәтте генә түгел, белемле булыуыбыҙҙы ла күрһәтә. Бөтә кеше лә тел белгесе түгел инде, тиеүселәр ҙә табылыр. Уныһы шулай, әммә ярҙам һорап мөрәжәғәт итерлек белгестәр ҙә етерлек бит. Бындай осраҡта туған тел фәненән белем биргән уҡытыусылар ҙа һис шикһеҙ ярҙамға килеренә шик юҡ.

Төбәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең туған теленә, тарихына, быуаттар буйына йәшәп килгән ер-һыу атамаларына хөрмәт менән ҡарарға өйрәнһәк ине. Быны иһә, тәү сиратта, үҙ телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе хатаһыҙ яҙыуҙан башлау дөрөҫ булыр.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙгә район-ҡала биләмәһендә хаталы алтаҡталар осрағаны бармы?

Илгизә Сәфәрғолова.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас