Бөгөн, 14 декабрҙә, ҡалала махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Ринат Исмәғилев (23.01.1991 - 01.09.2024 й.й.) менән хушлашыу сараһы уҙҙы.
Мәрхүм менән бәхилләшеүҙә яҡташыбыҙҙың яҡындары, район-ҡала хакимиәттәре, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариаты, йәмәғәт ойошмалары, ойошма һәм предприятиелар вәкилдәре, кадеттар һәм башҡалар ҡатнашты.
Ринат Ғайса улы 1991 йылдың 23 ғинуарында Мәләүездә тыуған. Ҡаланың 1-се гимназияһында, Өфө политехник колледжында белем ала.
Ватан алдындағы изге бурысын 2011-2012 йылда Буденовск ҡалаһында үтәй.
2024 йылдың авгусында контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә китә.
2024 йылдың 1 сентябрендә хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк була.
Мәләүез егете яҡындарының һәм яҡташтарының күңелендә һәйбәт кеше, яуҙаштарының хәтерендә ҡыйыу һәм тәүәккәл һалдат булып һаҡланыр.
Беҙ мәрхүмдең барлыҡ яҡын кешеләренең ауыр хәсрәтен уртаҡлашып, уларға рухи көс, күркәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Рәсәй һалдатына - сикһеҙ хөрмәт һәм мәңгелек дан!
Автор фотолары һәм арзхивтан.