Ҙур улым Арыҫлан миңә оҡшап китап уҡый, уҡый ғына түгел, ә күп уҡый. Ул китап уҡыу ҡайһы бер ҙә проблемаға ла әйләнеп китә. Китап оҡшай икән туҡтатып алып булмай. Өйҙә уҡырға китап бөтһә оҡшамағандарын да уҡып бөтә. Ә ике бәләкәйе китапҡа иҫе китеп бармай. Мин ҡушһам уҡыйҙар, мин ҡушмаһам әйләнеп тә ҡарамайҙар.
Хәҙер уйлап ҡына алдым: бала китап уҡыуын теләйһең икән бәләкәйҙән китап тотторороға кәрәк икән тип. Арыҫлан бәләкәйҙән ауырыны. Ул больница юлдарын тапауыбыҙ... Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтан айырмаһын инде. Больницала ятҡан саҡта уйынсыҡ алабыҙ, ә ауырыған бала илап алдан төшмәй. Ни эшләмәк кәрәк, әүрәтергә кәрәк. Күпләп китап ала башланым. Балалар өсөн русса китаптар күп сығаралар. Күбеһенсә Агния Барто, Самуил Маршак,Валентин Берестов шиғырҙарын ала инем. Ул китаптарҙың һүрәтттәре матур, сағыу, аңлайышлы ине.
Бала русса аңламай, ә мин ул шиғырҙарҙы башҡортсаға тәржемә итәм, аҙаҡ һүрәттәре буйынса әкиәт, хикәйә сығарып һөйләп ҡуя инем. Ул китаптар беҙҙә күп булды. Эсенә Арыҫлан һүрәт тә төшөрөп бөттө, тыйманым.
Ете йәшлек сағында уға Өфөлә РДКБ-ла бер үҙенә генә ятырға тура килде. Мин бәләкәй бәпес менән өйҙә. Эй, үҙәгем өҙөлә инде йәлләп. Ни хәл итергә белмәйем. Беренсе класҡа яңы ғына уҡырға барған, үҙе китап тотоп уҡырлыҡ түгел ине. Больницала ваҡыт үткәрергә кәрәк. Башҡа балалар бөтәһе лә йә әсәһе, йә атаһы менән ята ти. Ул ваҡытта бының һымаҡ андроид телефондар юҡ, уйын уйна йә мультфильм ҡара тип. Ахыры, кис еткәс улымдың күңеле бошмаһын тип телефондан әкиәт уҡый торғайным һәм ҡайһы саҡта үҙем дә уйлап сығарып та әкиәт һөйләй инем.
Һәм әле ҙурайғас, йәғни яңы ғына Арыҫлан һөйләй: -“Беҙ һинең әкәиттәреңде бөтә палата менән тыңлай инек. Кис етеү менән палаталағы ата-әсәйҙәр балаларын йоҡларға һала инеләр: все спать, сейчас мама Арслана будет сказки рассказывать тип. Һәм светты һүндерәләр ҙә мин громкийға ҡуям телефондың тауышын, күмәкләшеп һинең әкиәттәреңде тыңлайбыҙ. Бөтәһе лә тын ғына тыңлай һәм йоҡлап та китәбеҙ.”
“Нисек инде унда башҡорттар инеме ни бөтәһе лә?”- тип аптырап киттем.
“Юҡсы, какой язык у вас красивый, наверные и сказки очень добрые тип тыңланылар”,-тей.
Ә мин быны белмәйенсә егерме көнгә яҡын тулы бер палатаны (ата-әсәй менән ҡуша 15 кеше, 8 урынлыҡ палата) әкиәт һөйләп йоҡлатҡаным. Минең башҡорт телем берәүгә ла ҡамасау ҙа итмәгән, борсомаған да...
Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова.