Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
18 Декабрь 2024, 05:35

Араҡы һатылмаясаҡ

Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыу сикләнә.

Араҡы һатылмаясаҡАраҡы һатылмаясаҡ
Араҡы һатылмаясаҡ

Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыу сикләнә. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк биләмәһендә магазиндарҙа алкоголь продукцияһын һатыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә: 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа 17.00 сәғәттән икенсе көндөң 10.00 сәғәткә тиклем; 6 ғинуарҙа — 17.00 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, был сикләүҙәр магазиндарҙа ваҡлап һатыуға ғына ҡағыла. Барҙарҙа һәм ресторандарҙа алкоголь эсемлектәрҙе заказ өсөн үҙгәрешһеҙ алырға мөмкин.

Бынан алда «Башинформ» сифатлы алкоголде ялғандан нисек айырыу тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас