Маңлайыма яҙған яҙмышымдың
Ҡыҙғанысы микән, ҡыҙығы? –
“Утыҙ йәш ул нишләп ҡарт булһын?” – тип,
Йөрөй торғас,
Малайҙың да тулған утыҙы.
Көлөр хәлдәр булһа – бер көлөрлөк,
Илар хәлдәр булһа – иларлыҡ...
Әле генә мин утыҙҙа инем –
Утыҙ ҡыҙҙы бәреп йығырлыҡ.
Әле генә ике ҡулым ҡанат –
Зөһрә йондоҙҙарға осҡан саҡ,
Төштә түгел – өндә һылыуҙарҙың
Ирененән үбеп ҡосҡан саҡ.
Шул саҡтарым һаман күҙ алдымда,
Күҙ алдымда – малай утыҙҙа.
Ғүмер шулай бейетәлер инде
Яҙмыш тигән уҫал ҡумыҙҙа.
Нишләтәһең, яҙ артынан – йәйе,
Көҙ артынан килә – ҡыш алмаш...
Минең малайға ла утыҙ тулған! –
Әҙәм әйтеп – әҙәм ышанмаҫ!
Үҙемдең дә ышанаһым килмәй,
Баш эйәһем килмәй был эшкә.
Илле биштә тиеп уйламағыҙ,
Мин малайым менән бер йәштә!
Мин Азамат менән бер йәштә!
Әнғәм Атнабаев, 12.02.1983
Мәғлүмәт һәм фото https://vk.com/agidel_rb алынды.