Ҡасандыр кешеләрҙең йәне бер бөтөн булған. Ҡайһылыр яуызы урталай бүлгәс, ул икегә айырылып, ғәләм буйлап осоп киткән, тигән ышаныу бар. Шунан бирле ярым-ярты ҡалғандар үҙ яртыһын эҙләп йөрөй икән. Ҡайһы саҡта табышып ҡушылалар, ләкин күп осраҡта бүленгән урын шымарып, тигеҙләнеп китә алмай. Үҙенеке тип уйлап ҡауышһа ла, уның яртыһы булмағаны асыҡлана: йәндең икегә айырылып киткән урынынан һалҡын ел өрөп йонсота. Ундайҙар тағы айырылып, ишен эҙләргә сығып китә. Кемдер таба, ә кемдер аранан һыуыҡ ел өрөп торған китек йән менән йәшәй бирә...
Ә инде үҙ ишен табып ҡауышҡандар Ҡотош ауылында ҡулға-ҡул тотоноп, ярты быуат ғүмер кисергән Фәнүзә һәм Рәжәп Шәриповтар кеүек әллә ҡайҙан айырылып тора. Бер-береһен ғәләм буйлап оҙаҡ эҙләмәгән, башҡа йәр һайлап яңылышмаған, йәшлектәге һөйөү хисен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған пар матур ғүмер юлы үтеп, үҙ бәхетен үҙе булдырған.
Баҡһаң, ғаилә башлығы буласаҡ ҡатынын ун ете йәшендә үк һайлап ҡуйған була. «Апайығыҙҙы беренсе тапҡыр ун дүрт йәшендә күрҙем. Иҫемдә, Бәләкәй Моҡас фермаһындағы малдарға ебәреү өсөн йөк машинаһына биҙрәләп иген тейәй инек. Ошо ҡыҙ үҫкәс минеке була тип уйланым да, класташым аша Фәнүзәгә сәләм ебәрҙем», - тип мөхәббәткә бәйле серен систе беҙгә Рәжәп ағай.
Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, бергә йәшәгән илле йыл ғүмер эсендә иркен йорт һалып ингән, өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, ауыл еренең бер эшенән дә ҡурҡмай, төптән егелеп донъя көткән, хеҙмәт урынында ла һынатмаған Шәриповтарҙың тормош юлы ун ете йәшлек егеттең ана шул ҡыйыу аҙымынан башланған да инде.
Ул Совет Армияһында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, яҙмышын үҙен көтөп алған һөйгәне менән бәйләгән...
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 10 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Автор фотоһы.