Бәхет һине көтә тигәс,
Ҡанат итеп аҡ болотто.
Йыһан буйлап осоп киләм,
Нурға күмеп бар офоҡто.
Әйтерһең дә ғүмер буйы
Яралғанмын осор өсөн.
Күңелемдә тоям һәр саҡ
Мөхәббәттең сихри көсөн!
Ауыр юлда ҡанаттарҙың
Һиҙмәйенсә талғанын да,
Ҡанһыраған яраларҙан
Ҡан тамсыһы тамғанын да.
Ярамайға ҡарамайса,
Осам ғына тауҙар аша.
Ғашиҡ булған күңелемдә
Илһам шишмәләре таша!
Иһ, мөхәббәт ғазаптары!
Һөйгән йәрем һиндә икән.
... Уйҙарымдан арынамын -
Аяҡтарым ерҙә икән!
Д. Мәхмүтдинова.