Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2025, 05:20

Юлдар ябылды

Тулыраҡ: 

Юлдар ябылдыЮлдар ябылды
Юлдар ябылды

Ҡар яуыу һәм күреү мөмкинлеге сикле булыу сәбәпле Башҡортостанда ике трасса участкаһы ябылды. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө — Бөрө — Яңауыл — 33-150 саҡрым (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондары) трассаһында бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Сәбәбе - насар һауа шарттары (ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеген сикләү).

Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 9 ғинуар, 12.00 сәғәттә. Шулай уҡ Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт 9 ғинуарҙа 14 сәғәткә тиклем сикләнде — 67-222 саҡрым (Архангел һәм Белорет райондары).

Бынан алда "Башинформ" Өфөлә 180 махсус машинаның ҡар менән "көрәш"кә сығыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор: Дарья Субботина.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас