Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2025, 01:40

793 сабый!

2025 йылдың беренсе аҙнаһында, 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем, республикала бөтәһе 793 сабый тыуған.

793 сабый!793 сабый!
793 сабый!

2025 йылдың беренсе аҙнаһында, 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем, республикала бөтәһе 793 сабый тыуған.

«Башинформ» агентлығына был мәғлүмәтте БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте еткергән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 10 бала – 5 малай һәм 5 ҡыҙ тыуған. Тәүгеләрҙән булып ике сабый донъяға килде – Өфө Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында һәм Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында. Ул Юлия менән Игорь Тудаковтарҙың ҡыҙы һәм Рукияхон менән Раузат Хәкимовтарҙың улы, тип яҙа «Башинформ».

Көйөргәҙе районында тыуған тәүге балалар - игеҙәктәр.

Автор: Ләйсән Закирова.

Автор:
Читайте нас