Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2025, 12:30

Бибис инәй

Кискә Мәрйәһен өйҙә ҡалдырып, үҙе генә беҙгә килде.- Ней бит әле, Гөлшат, Маташа килде эйәреп. Еләккә. Ягода йыйырға. Атың бармы? Кейәү ҡайҙа? - Бибис инәйҙең кәйефе юҡ һымағыраҡ.- Ат юҡ бит әле. Кейәүең ике көнһөҙ ҡайтмай. Ат бушамай, - ти әсәй...

Бибис инәйБибис инәй
Бибис инәй

Кискә Мәрйәһен өйҙә ҡалдырып,үҙе генә беҙгә килде.
-Ней бит әле, Гөлшат, Маташа килде эйәреп. Еләккә. Ягода йыйырға. Атың бармы? Кейәү ҡайҙа? - Бибис инәйҙең кәйефе юҡ һымағыраҡ.
-Ат юҡ бит әле.Кейәүең ике көнһөҙ ҡайтмай. Ат бушамай, -ти әсәй.
-Ярай, йәйәүләп апарырбыҙ, - Бибис инәй сәйгә һөт алып, ҡайтып китте.
Иртәгәһен таң менән Бибис инәй,Наташа апай,әсәй ,ҡыҙҙар киттек еләккә.Ирәндеккә.Йәйәүләп,Көн эҫе.Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра.
Аҙыраҡ бара биргәс,үләнгә ултырып хәл йыйҙыҡ.Шешәләребеҙҙән һыу уртлаған булдыҡ.Тирләтте.Ярай урман эсенән,күләгәнән атлап киләбеҙ.Наташа апай күңелсәк кенә ҡатын икән.Тәбиғәткә-ҡош һайрауына ла,себен осҡанға ла,талғын иҫкән елгә лә,үлтереп ҡыҙҙырған ҡояшҡа ла ҡыуанып килә.
-Ох,как красиво птицы поют!Ой,мухи!Ой,бабочка!-тип ҡысҡырып ебәрә.
-Ни нәмә тей шул Маташа? Ниндәй бабушка булһын бында. Бабушка түгел, үҙебеҙ саҡ киләбеҙ, - тей Бибис инәй йәне көйөп.
-Ох,горы какие высокие! Ручеек такой чистый! - Наташа апай кисеүҙә битен йыуа башланы, көлә, шатлана, услап һыу һемерә, беҙгә һыу һирпә.
Әсәй менән Бибис инәй арттараҡ киләләр ине,Наташа апай йыуынып торғансы,беҙҙе үтеп киттеләр.
-Мәлһеҙ килде Маташаһы!Ат эштә саҡта!-тей Бибис инәй,һағыҙы ауыҙында шарт-шорт килә.Йәне көйгән һайын,ауыҙы шәберәк ҡыбырҙай.
Арыны ла инәй,арыуҙан бигерәк мәрйәгә йәне көйә.Һиҙеп киләм.Беҙҙең ауыл кешеһе ер-һыуын,еләк-емешен ,ағасын да ,ташын да,себен-серәкәйен дә ситтәрҙән ҡыҙғаныусандар .Москвич,жигулиҙар менән килгәндәрҙе тере биреләре күрәләр,йәнәһе,бесәнде тапайҙар,машина төтөнө һауаны бысрата.Миндек өҙгәндәрҙе лә яратмайҙар-гурыт кешеһенә ббу...бысағымамы миндек? Сабыналыр шул улар.Уларҙың аҡ ванныйҙары бар!Мал көтөп йонсоп ,кәбәтәләре ҡатып йөрөмәйҙәр әле!
,,Нишләп Наташа апайҙан ҡыҙғанып килә икән ҡырҙағы еләкте?Үҙе гел шул апайға йөрөй?Наташа апай күп булһа ,шул бер капрон биҙрә еләк йыйыр .Кеше ыспикулант,тип бушҡа әйтмәйҙер Бибис инәйҙе,тар эс булғанға әйтәлер"-тип уйлап алам-ыспикулант был настояшный!
Шул саҡ һыу кисеп йыуынып торған Наташа апай һаҙ яңғыратып сөскөрҙө бит.Алда китеп барған Бибис инәй терт итеп ҡалды .
-Әпсәһенең б...бб...башы!Маташааа!!!Һағыҙымды йотторҙоң!!! - тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡото осҡан Бибис инәй.
-Спасибо, Бибиниса апа! - Наташа апай шулай тип яуап бирҙе.
,,Будь здорова!"-тип аңланы Наташа апай.
Һөмһөрө ҡойолоп китеп барған Бибис инәм менән әсәй Ирәндекте яңғыратып көлөп ебәрҙеләр.Беҙ,ҡыҙҙарға ла етә ҡалды-тәгәрәшеп ятып көлдөк.Наташа апай ғына бер ни аңламаны. Йылмайып тик торҙо.
Шулай көлөшә-көлөшә бара инек, һибелеп ятҡан еләк өҫтөнә килдек тә сыҡтыҡ.
Ул еләктең эрелеге! Бибис инәйҙең мунсағынан да ҙур!
Күп итеп йыйып алып,ҡыуанышып ҡайттыҡ.
Наташа апай менән икенсе көндө лә
Ирәндеккә барҙыҡ.
Беҙ ҡайтыуға атай эштән ҡайтып, кәзә һуйып тора ине.
Рәхәт кәзә көткәс. Һуйһаң ите, эсһәң һөтө, тараһаң дебете! Бына дебет йөкмәп, Магнит барырбыҙ ҡышҡыһын. Наташа-Маташаларға инербеҙ, Алла бирһә!

(Аҙағы.)

С.Тамимдар.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас