Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2025, 05:05

Үҙе батырлыҡ...

Хыялдарҙы теҙгендәрҙә тотоп,Үткән хаталарҙы онотоп...

Үҙе батырлыҡ...Үҙе батырлыҡ...
Үҙе батырлыҡ...

Хыялдарҙы теҙгендәрҙә тотоп,
Үткән хаталарҙы онотоп,
Үҙ-үҙеңде шунда ғәфү итеп,
Һәр бер минутыңды “өф” итеп,
Әлеге мәлдәр менән йәшәй белеү –
Үҙе батырлыҡ бит асылда. –
Үткәндәрең үрт һалырҙай булһа,
Өмөт иткән булһа – аҫылдан.

Үҙе ҡаһарманлыҡ, һәүетемсә,
Ҡарһаланмай ғына көн итеүе,
Бер үк эште эшләү, белә тороп,
Мөмкин булмағанын һис кәметеү...
Бер түңәрәк буйлап әйләнеүе,
Тура һыҙыҡ эҙләп, баш ҡатырып.
Нәфсе тыйып, барҙы ҡәҙер итеп,
Йәшәй алыу үҙе, һай, батырлыҡ.

(Гөлнара Хәлфетдинова)

https://vk.com/club57785596

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас