Калуга, Ҡазан, Һарытау һәм Тамбов аэропорттарында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде, тип хәбәр итә Росавиация.
Был авиация хәүефһеҙлеге сараларына бәйле "Граждан һауа судноларының осоштары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Ҡораллы көстәрҙе ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр Ҡазан, Калуга, Һарытау, Тамбов аэропорттарында индерелгән", - тиелә хәбәрҙә.
Бынан алда "Башинформ" Өфө аэропортында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелеүе тураһында яҙғайны.
Автор: Ләйсән Закирова.