Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2025, 05:05

Һатып алынған таныҡлыҡ менән...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 43 йәшлек ҡатын һатып алынған водитель таныҡлығы менән юл-транспорт фажиғәһе ойошторған.

Һатып алынған таныҡлыҡ менән...Һатып алынған таныҡлыҡ менән...
Һатып алынған таныҡлыҡ менән...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 43 йәшлек ҡатын һатып алынған водитель таныҡлығы менән юл-транспорт фажиғәһе ойошторған.

Ҡатын водитель таныҡлығын һатып ала һәм ярты йылдан ашыу, 2024 йылдың мартынан октябренә тиклем, руль артында була. Һуңынан үҙенең «Фольксваген Поло» һында авария "яһай". Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре документтарҙы тикшергәндә, таныҡлыҡтың ялған булыуын асыҡлаған. Автомобиль хужабикәһенә ҡарата эш асыла. Уны Стәрлетамаҡ ҡала суды ҡараған. Ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Уға 10 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнде, тип хәбәр итә Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.

Бынан алда «Башинформ» Иглин районындағы м-5 трассаһындағы үлемесле авария тураһында тулыраҡ мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.

Авторы: Ләйсән Закирова.

https://www.bashinform.ru/.

Автор:
Читайте нас