Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2025, 05:30

Донъялар аҡҡа күмелһә...

Донъялар аҡҡа күмелһә,Күңелем булыр ине...

Донъялар аҡҡа күмелһә...Донъялар аҡҡа күмелһә...
Донъялар аҡҡа күмелһә...

Донъялар аҡҡа күмелһә,
Күңелем булыр ине.
Мөлдөрәмә тулып, ҡабат
Түгелеп булыр ине.
Ҡар бөртөгөн усҡа алып,
Һоҡланып булыр ине.
Ҡар һыуығы, тигән булып
Аҡланып булыр ине.
Күпереп ятҡан юрған буйлап
Эҙ һалып булыр ине.
Тамам бөтөн күңел менән
Ҡуҙғалып булыр ине.
Донъялар аҡҡа күмелһә...

Наилә Хәмбәлиева.

https://vk.com/photo-59192618_457243943

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас