Ғүмерем уҙған ауыл урамынан
Уҙҙым әле бөгөн аулаҡлап.
Балаларым бала сағы уҙған.
Ҡарлы буранында аунаҡлап...
Ҡолас ташлап йөҙгән Көйөргәҙем,
Боҙ аҫтында аға шым ғына.
Өйәңкеләр ҡыштың һыуығында
Серем итә ахыры тын ғына.
Буран уҙғас, ауыл арығандай,
Йоҡоһонан һаман арынмай.
Йоҡлай алғаныңда, йоҡла әле,
Бәлә-ҡазаһына тарымай.
Өнһөҙ генә, хужаһыҙ йорттарға
Ҡарап уҙам, йәнем өҙөлөп.
Хужалары сығып , сәләм биреренә
Бөткән инде улар төңөлөп.
Буш өйҙәрҙең моңһоу тәҙрәләре
Арттарымдан ҡала оҙатып.
Ҡасан ғына әле ағай-еңгәләрем
Донъя көтә ине сайратып...
Ауыл уянғансы, гөбөрҙәтеп һауып,
Ҡайтыр ине иртән һауындан.
Ағайҙарым эшкә китер ине,
Гөрөлдәшеп сығып ауылдан.
Һауынсылар, трактористар менән
Данлы ине минең ауылым.
Һис белмәне улар эшләгән дә
Йөрәктәре арып талыуын.
Ауылымдың алтын таяуҙары.
Берәм -берәм китеп барҙылар...
Һирәк -һаяҡ атай нигеҙендә
Балалары тороп ҡалдылар.
Заманаһы башҡа, заң да башҡа...
Балаларҙы арбай ҡалалар.
Ауылда бит эше, аҡсаһы юҡ.
Һылтауында шунан табалар.
Хан һарайы кеүек мәктәп буп-буш.
Ил ағайынан бер-ҡомарткы.
Берәй байы бәлки бушҡа алыр.
Беҙҙең башҡорт бик тә йомарт бит.
Уйҙар уйлап ауылымдан уҙҙым,
Уйҙарыма һалып төшөнсә.
Киткән, үткәндәрҙе беҙ онотһаҡ,
Йәшәй алырбыҙмы бүтәнсә?...
Р.Ибраһимова.