Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2025, 03:45

Стипендияны йәшәү минимумына тиклем арттырыуҙары мөмкин

Дәүләт Думаһының депутаттар төркөмө һәм сенатор Елена Афанасьева көндөҙгө бүлектә белем алыусы студенттарҙың стипендияһын Россия буйынса дөйөм алғанда йәшәү минимумы дәрәжәһенән лә кәмерәк булмаған күләмдә тамғаларға тәҡдим итә. Шул хаҡтағы закон проекты Федераль Йыйындың түбән палатаһына индерелде, тип яҙа «Парламентская газета».

Стипендияны йәшәү минимумына тиклем арттырыуҙары мөмкинСтипендияны йәшәү минимумына тиклем арттырыуҙары мөмкин
Стипендияны йәшәү минимумына тиклем арттырыуҙары мөмкин

Документтан күренгәнсә, был ҡағиҙә шулай уҡ стипендия ҡабул итеүсе һәм бюджет иҫәбенә көндөҙгө бүлектә уҡыусы аспиранттар, ординаторҙар һәм ассистент-стажерҙар ла ҡағылырға тейеш. Парламентарийҙар билдәләп үткәнсә, 2024 йылдың 1 сентябренән юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарға түләнә торған стипендияның минималь күләме айына – 2067 һум, һөнәри училище студенттарына – 539 һум, юғары уҡыу йорттарында белем алыусы социаль яҡланмаған студенттарға – 3104 һум, махсус уҡыу йорттары студенттарына 809 һум тәшкил итә. Бындай ҙур булмаған суммалар стипендиялар билдәләнә торған маҡсаттарға яуап бирмәй, тип әйт инициатива авторҙары. Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, новелланың ғәмәлдә булыуы 2025 йылдың 1 ғинуарынан башлана торған осорға ҡағыласаҡ. Стипендия фондын формалаштырыу өсөн өҫтәмә аҡса федераль бюджетҡа аныҡлыҡ индергән ваҡытта ҡаралырға тейеш.

Стипендияны йәшәү минимумына тиклем арттырыуҙары мөмкин
Стипендияны йәшәү минимумына тиклем арттырыуҙары мөмкин
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас