Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2025, 12:20

Эй ҡыҙыҡ та саҡтар бар ине!

Эй ҡыҙыҡ та саҡтар бар ине!Ҡапҡа башынан уҡ ҡар ине.Ҡарға батҡан ауыл юлдарынТракторҙар асһа ла тар ине...

Эй ҡыҙыҡ та саҡтар бар ине!Эй ҡыҙыҡ та саҡтар бар ине!
Эй ҡыҙыҡ та саҡтар бар ине!

Эй ҡыҙыҡ та саҡтар бар ине!
Ҡапҡа башынан уҡ ҡар ине.
Ҡарға батҡан ауыл юлдарын
Тракторҙар асһа ла тар ине.

Бик бәхетле саҡтар бар ине.
Атай иҫән, әсәй менән пар ине...
Уйнап кергәс, улар әрләр ине:
Беҙҙең кейем тотош ҡар ине.

Иртә-кисен ауыл өҫтөндә
Тәмле ине, төтөн таралғас.
Мейес алдында әсәй ҡулында
Уйнап торор ине табағас.

Ҡайын туҙы менән усаҡ ҡабыҙып,
Һыу ҡайнатыр инек ҡаҙанда.
Мал-тыуарҙы ашатып-эсергәс,
Уйын булыр ине һаман да.

Ҡаты һыуыҡтары булыр ине:
Һуҙылыр ине аҙна-ун көнгә.
"Мәктәптәрҙә уҡыу булмай" тигән
Белдереү көтә инек беҙ көн дә.

Ә һыуыҡтар ҡамасаулаймы ни!
Бала-саға һаман уйында.
Окоп ҡаҙый инек тирләп-бешеп,
Баҡсаларҙа, ҡойма буйында.

Бала тауышынан шау-гөр килеп
Торор ине кисен тау бите.
Йылғалағы боҙҙа уйнап-шыуып,
Ялтырар ине хатта яр сите.

Эй рәхәт тә саҡтар бар ине!
Ҡыштары ла оҙон, аҡ ине...
Беҙҙең үтеп киткән баласаҡты
Һағынып иҫкә алыр саҡ инде!..

Интернеттан.

https://vk.com/vatandash_journal

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас