Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
1 Февраль 2025, 05:00

Түҙмәҫтәйгә түҙмә икән...

Беҙҙең быуындың тәрбиәһе башҡа төрлө ине.

Түҙмәҫтәйгә түҙмә икән...Түҙмәҫтәйгә түҙмә икән...
Түҙмәҫтәйгә түҙмә икән...

Беҙҙең быуындың тәрбиәһе башҡа төрлө ине. Әсәйҙең: «Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмә», тигәне әлегәсә күңелдә ҡалған. Барыһына ла түҙеп йәшәргә өйрәттеләр. Бөгөн, үткәнде уйлап, нимә өсөн кәрәк булды икән ул тип уйлайым.

Егерме йәш тә тулмағайны, димләп кейәүгә бирҙеләр. Белмәгән кеше түгел, ул минең арттан йөрөнө, ләкин яратмай инем. Бер кистә  ике дуҫын эйәртеп, үҙемде алырға килде. Хәҙер уйлап ҡуям: шулай киләме инде кеше ҡыҙ алырға? Бик күндәм генә күренеп, үҙен йәлләтеп ултырғаны хәтерҙә. Әйтерһең, өйҙәгеләр ҙә алдан белеп, әҙерләнеп көтөп торғандар, инәй-апайҙар: «Тәртипле, тыныс кешегә оҡшаған, барыбер ҡасан да булһа кейәүгә сығарға бит инде», - тип өгөтләргә тотондолар. Шул ваҡытта  өҙөп кенә: «Юҡ!» - тип әйтергә булған да бит.

Киске унда буласаҡ иремдең ауылына ҡайтып еттек, ә унда... беҙҙе көткән кеше юҡ ине! Өйҙә ут һүнгән, әсәһе менән өләсәһе йоҡлап ята. Йортта тәртип юҡ, бөтә ерҙә сүп-сар... Түшәп һалған һалам өҫтөндә ике һарыҡ, дүрт һарыҡ бәрәсе ята. Аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һаба ла йыуылмаған. Бына шулай көткәндәр ине мине. Тормоштоң беренсе көнө алдаҡтан башланды. Шул саҡта уҡ боролоп сығып китергә булған бит! Юҡ шул. Имеш, беренсе көндә үк айырылып ҡайтҡан тип һөйләрҙәр, көлөрҙәр тип ҡурҡтым.

Миңә ике йыл шул ауылда йәшәргә тура килде. Икәүләп эшләп торһаҡ та, аҡсаны үҙебеҙ тота алманыҡ, сөнки «касса» 80 йәшлек әбейҙә булды. Үҙемдең әсәйгә барыр өсөн бер һум аҡса һорап йөрөй торғайным, сөнки һәр ваҡыт: «Аҡса юҡ, бурыс түләнек», тигән һүҙ ишеттем. Ирем бер ҡасан да минең яҡлы булманы. Үҙе эштән ҡайтып та инмәне. Өйҙәге бөтә эшкә лә миңә өлгөрөргә кәрәк ине.

Үҙем ишле, әммә мул йәшәгән ғаиләлә үҫтем. Иремә килгәс, юҡлыҡҡа аптыраным. Ун һигеҙенсе быуатта ла шулай йәшәмәгәндәрҙер, моғайын.

Ҡәйнәнең насарлығы тейеүен теймәне. Тик алғараҡ китеп, шуны әйтәйем: мин сирләгәндә хәлемде белергә лә килмәне. Юғиһә, ауыл менән район үҙәге бер нисә саҡрым ғына.

Ит-һөт тә күрмәнем, һуңыраҡ һыйыр, ҡош-ҡорт алдыҡ. Миңә тағы эш артты. Йәйге эҫе көндәрҙә, ауырлы килеш, иртәнән кискәсә бесән сабып, киптереп, әбей менән өйә инек. Ҡалған эште ҡәйнәм ирҙәр яллап эшләтте, улына ҡушманы...

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 5-се һанында уҡығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас