Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
7 Февраль 2025, 02:05

Ярты быуат бергә-бергә

Смаҡ ауылының һоҡланғыс ғаиләһе, бер-береһенә булған йылы хистәрен бөгөнгәсә һаҡлап, йөрәк йылыһын ғүмер буйы башҡалар менән бүлешеп, тормошто намыҫлы хеҙмәте һәм изге ғәмәлдәре менән йәмләп йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ Мәрхәбә һәм Зәки Йәнбирҙиндар күптәргә өлгө.

Ярты быуат бергә-бергәЯрты быуат бергә-бергә
Ярты быуат бергә-бергә

Смаҡ ауылының һоҡланғыс ғаиләһе, бер-береһенә булған йылы хистәрен бөгөнгәсә һаҡлап, йөрәк йылыһын ғүмер буйы башҡалар менән бүлешеп, тормошто намыҫлы хеҙмәте һәм изге ғәмәлдәре менән йәмләп йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ Мәрхәбә һәм Зәки Йәнбирҙиндар күптәргә өлгө.

Зәки Барый улы сығышы менән Смаҡ ауылынан. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Күгәрсен районының Мораҡ һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә. Армия сафында ла үҙен һынатмай ул: Тыуған ил алдындағы изге бурысын лайыҡлы үтәй. «Нөгөш» колхозы гөрләгән мәлдә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан егет комбайнсы булып эшләй башлай.

Ваҡытында комбайнсы ла, механизатор ҙа була, ҡаҙанлыҡта ла эшләй ул. Ҡайҙа ла үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарап, уны намыҫ менән башҡара.

Үҙенә тиң күреп йәрәшкән йәре, бөтә ғүмерен кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тороуға бағышлаған Мәрхәбә Ғабдулла ҡыҙы - Мәләүез районы Ҡотош ауылы ҡыҙы.

Йәштәр 1973 йылдың март айында сәстәрен-сәскә бәйләп, яҙмыштарын уртаҡ итә. Тырышып эшләп, күркәм, ҙур йорт һалып, өс улға ғүмер һәм тәрбиә бирәләр. Татыулыҡта иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә - 50 йыл.

Смаҡ һәм Яңауыл ауылдары халҡына 40 йыл буйы фельдшер булып  тоғро хеҙмәт иткән Мәрхәбә Ғабдулла ҡыҙы төрлө ауырлыҡ- һынауҙарҙы лайыҡлы үтә. Төн уртаһы, ҡар-ямғыр тимәй,  «вызов»ҡа сығып киткән саҡтары күп була уның. Атайҙың сабыр холоҡло кеше икәнлеге шундай ваҡыттарҙа ла асыҡлана ла инде. Ул бер һүҙ өндәшмәй, ҡатынының эшен аңлап ҡабул итеп, күнеп бөтә...

Мәҡәлә гәзиттең 6-сы һанында баҫылды.

Фото архивтан.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас