Был ауылда бүрәнә йортта янғын сыҡҡан була.Ваҡиға урынына ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм райондың ирекле янғын һүндереүселәре юлланған. Юл булмағанлыҡтан, янғын һүндереүселәргә һуңғы 6 км юлды ҡаргиҙәрҙәрҙә үтергә тура килә. Утты һүндереү өсөн мотопомпалар ярҙамында Уса йылғаһынан һыу алғандар. Янғында зыян күргән 72 йәшлек йорт хужаһын ашығыс ярҙам машинаһына тиклем ҡаргиҙәр менән алып барғандар.