Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов һәммәһен яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар байрамы менән ҡотлап, “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙе” фәне буйынса ҡала-райондың 15 мәктәп кабинеттары материаль-техник база йәһәтенән өҫтәмә йыһазландырыласағы тураһында әйтеп уҙҙы.
Турниктан тартылыу, оҙонлоҡҡа һикереү, автомат макетын һүтеп-йыйыу, эстафета һәм башҡа бик күп төрлө ярыштарҙа үҫмерҙәр яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. “Турнирҙың маҡсаты – йәш спортсыларҙың физик үҫеше, сәләмәт йәшәү рәүеше формалашыуына булышлыҡ итеү”, - ти Первомай ауылынан педагог Ғәлим Ғиззәтуллин.