Ә минең өсөн был, ысын мәғәнәһендә, ҙур бәлә. Икешәр аҙналап Өфөгә йөрөп эшләй. Бер аҙна ял итә лә тағы ун дүрт көнгә китә. Ә мин декрет ялындамын. Өйҙә ултырғас, беҙгә бөтөнләй аҡса кәрәкмәй тип уйлай ахырыһы.
Бөтә эш хаҡын картаһында йөрөтә. Күпме алып, күпме тотонғанын да белмәйем. Бөтһә, тоҡлап он, шәкәр, акция барғанда ҡумталап тауыҡ боттары алып ҡайтып ултырта ла – шуның менән вәссәләм.
Баланың емеш-еләк тә, тәм-том да ашағыһы килә бит. “Магазиндан алған бөтә нәмә зарарлы, ана өйҙә бешкән ризыҡ ҡына ашағыҙ”, - тип кенә тора. Ярай, ас та ултырмайбыҙ ти. Тик декрет ялында ултырһам да, минең дә бит зауыҡ менән кейенгем, матур булып күренгем килә, сәсемде ай һайын ҡырҡтырып, буятып, балам, туғандарым янында күркәм йөрөгөм килә. Ай һайын 400-500 һум түләп, юҡҡа сарыф иткәнсе үҫтереп, үреп йөрө ти. Ә миңә оҙон сәс килешмәй. Кейәүгә сыҡҡансы шампунь-фәләндең үҙемә оҡшағанын ғына һатып ала инем. Ә хәҙер ҡайһыныһына аҡса етә – шуны тотонам. Тырнаҡ-керпек эшләтеп йөрөү ҡайҙа ти ул!? Косметиканы ла һылыуҙарым нимә бүләк итә – шуны ҡулланам. Ҡунаҡҡа-фәлән барһаҡ, оҙон тырнаҡлы, ҡуйы яһалма керпекле ҡыҙҙарҙан күҙен алмай үҙе.
Быға тиклем өндәшкәнем юҡ ине, һуңғы ваҡытта аҡса бир әле һорай башланым. “Түләүҙәрҙе түләһәм аҡса ҡалмай ул минең”, - ти. Ипотека, кредит юҡ. “Фатирға түләүҙән тыш тағы ниндәй түләү бар һуң ул беҙҙең?” – тигәс, “Апайыма автокредит алдым бит мин”, - тип яуап бирҙе. Ә ни эшләп үҙе түләп бармай һуң тип һорағайным, оло тауыш сығарҙы.
Баламды баҡсаға биреп, эшкә сығыуымды түҙемһеҙлек менән көтәм. Әллә алиментҡа бирергәме икән тип тә уйлап ҡуям. Бик яҡшы урынлашты тип, асыуым килә. Минең атай-әсәйҙән ҡалған фатирҙа йәшәй. Алты йыл йәшәйбеҙ, бер йыһазды ла яңыртырға уйламай. Ә аҡсаһын апаһының машинаһына түләп тора.
Асыу килмәгән ереңдән килер.
Сәғиҙә М.