Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 05:42

Проблемаларҙы бергә хәл итеү еңелерәк

     

 Ҡала мәҙәниәт һарайында “Управдом” муниципаль форумы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, уның урынбаҫары Азат Килдебаев, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Ғайсин, торлаҡ-коммуналь тармағы йәмәғәт контроле рәйесе Ирина Ищенко ҡатнашты. Унда күп фатирлы йорт советы рәйестәре, активистар, райондың йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, идара итеүсе компанияһы етәкселәре, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар, муниципалитеттың структура бүлексәһе вәкилдәре  йыйылды. Форумда күп фатирлы йортта газ ҡорамалдары менән хәүефһеҙ ҡулланыу, уларға үҙ ваҡытында диагностика үткәреү һәм хеҙмәтләндереү, капиталь ремонт өсөн үҙ ваҡытында иғәнә туплау, идарасы компанияларҙың йыллыҡ отчеты һәм ҡануниәттәге үҙгәрештәр мәсьәләһе күтәрелде.

Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хәлде анализланы.  Уның халыҡҡа йәшәү өсөн уңай шарттар булдырыусы киң тармаҡлы комплекс икәнлеген билдәләне һәм  тармаҡ хеҙмәтсәндәренең йылды уңышлы тамамлауҙарын билдәләне.

Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар, уларҙың күбеһе финанс сығымдарға бәйле һәм уларҙы республика етәкселеге менән бергә тормошҡа ашырыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Мәләүездәр күп фатирлы йорттарҙың подъезын, ихатаһын, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын сафҡа тапшырыу, халыҡҡа ял урындары  булдырыу мөмкинлеген биргән төрлө кимәлдәге программаларҙы тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушыла.

“Төбәк операторы” вәкиле капиталь ремонтҡа иғәнәнең үҙ ваҡытында индерелеүен билдәләне,  тармаҡ яңылыҡтары менән таныштырҙы. Шулай уҡ  “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте,  ҡаланың идарасы компания етәкселәре, ресурстар менән тәьмин итеүсе  “Водоканал”, “Йылылыҡ селтәрҙәре” етәкселәре сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Сығыштарҙан һуң форумда ҡатнашыусылар фекер алышты. Тармаҡта  мәсьәләләр байтаҡ. Мәҫәлән, газға түләү, күп фатирлы йорттарҙа  идарасы компанияны алмаштырыу һымаҡ мөрәжәғәттәр яңғыраны. Шулай уҡ  ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу, тотонолған сығымдарҙы милекселәргә дөрөҫ бүлеү һорауҙары ла күтәрелде. Урында сиселеш тапмаған мәсьәләргә ойошма етәкселәре яуап бирҙе. Идарасы компаниялар бер-береһен ишетеп берләшһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге күп кенә киҫкен проблема ваҡытында хәл ителер, тигән ышаныс менән таралды йыйылыусылар.

Форумда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҙур эш алып барған бер төркөм активистарға район һәм ҡала хакимиәттәренең Рәхмәт хаты һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Проблемаларҙы бергә хәл итеү еңелерәк
Проблемаларҙы бергә хәл итеү еңелерәк
Проблемаларҙы бергә хәл итеү еңелерәк
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас