Унда ҡатнашыу өсөн сәсегеҙҙе үреп, фотоға төшөгөҙ (архивтағыларҙы ла ҡулланырға мөмкин) һәм 2 мартҡа тиклем үҙегеҙҙе таныштырған мәғлүмәт менән беҙҙең төркөмгә ебәрегеҙ. 3-нән 7 мартҡа тиклем тауыш биреү үтәсәк. Иң күп ТАУЫШ йыйған фото авторы еңеүсе тип таныласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән. Еңеүсегә “Көнгәк” гәзитенең дипломы һәм Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайынан иҫтәлекле бүләк тапшырыла.