Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан спорт һарайында “Шумный девичник” спорт фестивале үтте. Ул быйыл унынсыһы тапҡыр ойошторола.
Юбилейлы сарала һәр команда үҙенең иң яҡшы икәнлеген күрһәтте. Ҡаланың эшкәртеүсе һәм етештереүсе предприятиелары, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт йүнәлешендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар командалары матурлыҡ, тиҙлек, команда составында эшләүҙәрен күрһәтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәғариф идаралығының профсоюз комитеты, физкультура һәм спорт секторы бүлеге вәкилдәре байрамды ойошторуға күп көс һалған.
8-се мәктәп командаһы - беренсе, Ергән ауылының “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы - икенсе һәм 21-се “Золушка” балалар баҡсаһы өсөнсө урын яуланы. Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары Александар Попов, Роман Костин ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап йыр бүләк итте.
Сара аҙағында бейеү флешмобы ойошторолдо.